«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



23.04.2013 Өс һөйләм менән

Хәйбулла районында йылдың иң яҡшы уҡыусыһын билдәләгәндәр. Был исемгә Сиҙәм ҡасабаһынан 10-сы синыф уҡыусыһы Рәмил Иҫәнгилдин лайыҡ булған. Конкурста 250 уҡыусы ҡатнашып, шуларҙың етәүһе финалға сыҡҡан.

Быйыл Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжына 10 йыл тула. Уҡыу йорто етәкселеге, юбилейға арнап, «Тау сәнәғәте. Фән. Киләсәк» тип аталған ғилми-ғәмәли конференция үткәрҙе. Унда Учалы, Сибай, Екатеринбург ҡалаларының тау сәнәғәте предприятиелары, Сибай, Магни­тогорск, Ишембай ҡалалары уҡыу йорттары вәкилдәре ҡатнашты.

Башҡортостан аша спорт һөйөүселәрҙең халыҡ-ара хәрби-патриотик автоуҙышы үтә. Был сара Сталинград һуғышында фа­шис­тарҙы ҡыйратыуға 70 йыл тулыуға һәм өс тапҡыр Советтар Союзы Геройы Александр Покрыш­киндың 100 йыллыҡ юбилейына арнала. Ярыш 20 апрелдә Мәскәүҙә Кремлдән старт алған һәм Тула, Курск, Дондағы Ростов, Һамар, Өфө, Екатеринбург, Омск, Красноярск, Иркутск, Благо­вещенск һәм Хабаровск ҡалалары аша уҙасаҡ.

Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһы республика китапханалары араһында һайлаусылар­ҙың хоҡуҡи мәҙәниәтен күтәреү эшмәкәрлеген ойоштороуға конкурс үткәрергә ҡарар итте. Был республика китапханалары ара­һында һайлау хоҡуғын пропагандалауға арналған беренсе һынау түгел. Бынан алдағы ошондай уҡ конкурста төбәктең район һәм ҡалаларынан 40 китапхана ҡатнаш­ҡан.

24 апрелдә Өфөлә йәш техниктар, конструкторҙар һәм рационализаторҙарҙың «Йәштәр ижады» республика слеты үтә. Унда республика ҡала-райондарынан 60-тан ашыу уҡыусы ҡатнашасаҡ. Йәш техниктар һәм балалар ижады үҙәгендә шөғөлләнеүселәр «электроника, электрон уйынсыҡтар һәм робот техникаһы», «электротехника», «ауыл һәм урман хужалығы», «авиамоделләштереү», «судомоделләштереү», «космос һәм техника» кеүек йүнәлештәр буйынса үҙҙәренең проекттарын яҡлаясаҡ.

Физика буйынса Башҡор­тостан кубогына Өфө ҡалаһының 93-сө гимназияһы уҡыусылары командаһы лайыҡ булды. Икенсе урынды – Бәләбәйҙең 1-се гимназияһы менән Өфө ҡалаһының 83-сө һәм 153-сө лицейҙары, өсөнсө урынды Туймазынан 1-се гимназия менән Стәрлетамаҡтан 1-се лицей һәм 2-се гимназия командалары яуланы. Йәш физиктарҙың республика турнирында бөтәһе 1800-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға