«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Германия менән хеҙмәттәшлекте нығытырға теләйбеҙ



23.04.2013 Германия менән хеҙмәттәшлекте нығытырға теләйбеҙ

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Германия Федератив Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Ульрих Бранденбург менән осрашып, республика менән Германия эшҡыуарҙары араһында дуҫтарса мөнәсәбәт мәсьәләләрен ҡараны. Тик һуңғы арала ғына бәйләнеш бер аҙ һүрелә төшкән. Бынан тыш, ГФР менән тура авиабәйләнеште яңыртыу кәрәклеге хаҡында ла һүҙ булды.
– Германия бизнесы менән хеҙмәттәшлек итергә теләйбеҙ. Һеҙҙең эшҡыуарҙар өсөн иң яҡшы шарттар булдырасаҡбыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов.
Бөгөн Башҡортостанда Германия­ның ни бары ике компанияһы бар, 31 берлектәге предприятие эшләй. Республика Президенты билдәләүенсә, төбәктә бизнес өсөн заманса, уңайлы ҡануниәт булдырылған. Инвесторҙар өсөн ҙур ғына ташламалар ҡаралған.
Хеҙмәттәшлек итеү йүнәлештәре араһында машиналар эшләү, игенде тәрән эшкәртеү, малсылыҡ тармағы өсөн заманса мал аҙығы етештереү, биотехнологиялар һәм радиоэлектроника өлкәләре уңайлы буласаҡ.
Ульрих Бранденбург Германия вәкилдәренең Башҡортостан менән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, республикала немец компаниялары өсөн мөмкинлектәр күп. Эко­логия, энергетика, консалтинг, медицина, етештереү өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итеү буйынса тәҡдимдәр әйтелде.
Немецтарҙы, иҡтисад өлкәһендәге хеҙмәттәшлектән тыш, социаль өлкәләге бәйләнештәр ҙә ҡыҙыҡһындыра.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға