«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Башҡортостанға яңы прокурор килә



19.04.2013 Башҡортостанға яңы прокурор килә

Башҡортостанға яңы прокурор киләКисә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Андрей Назаровты Башҡортостан прокуроры итеп тәғәйенләүгә рөхсәт бирҙе. Назаровтың кандидатураһын яҡларға республика Президенты Рөстәм Хәмитов та тәҡдим иткәйне.
− Һуңғы йылдарҙа прокуратураның эшен һөҙөмтәле ойоштороу өсөн республикала күп эш башҡарылды. Дәүләт власы органдары артабан да прокуратураға уның алдында торған бурыстарҙы хәл итеүҙә булышлыҡ күрһәтәсәк, − тине Рөстәм Хәмитов парламентарийҙар алдында сығыш яһағанда.
Республикабыҙҙа ете йылдан ашыу эшләгән прокурор Сергей Хуртин ошо көндәрҙә Ульяновск өлкәһе прокуроры итеп тәғәйенләнде. Прези­дент Хуртинды Халыҡ­тар дуҫлығы ордены менән наградланы.
Андрей Назаров Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында тыуған. Юғары белемле – Екатеринбургта Урал дәүләт юридик академияһын тамамлаған. Оҙаҡ йылдар Силәбе өлкәһе ҡалаларында прокуратура тармағында эшләй. 2009 йылдан бөгөнгәсә Дағстан Республикаһы прокуроры була.

А. Зиннурова әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға