«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



19.04.2013 Өс һөйләм менән

Башҡорт дәүләт университеты «Һөнәри йүнәлеш биреү» методикаһы буйынса тест үткәрә. Унда 8 − 11-се класс уҡыусылары, беренсе-икенсе курс студенттары, юғары уҡыу йортон тамамлаусылар һәм 30 йәшкә тиклемге белгестәр ҡатнаша ала. Бындай сара мәктәп уҡыусыларына һәм студенттарға уҡыу йортон, факультетты, белгеслекте дөрөҫ һайлау мөмкинлеге бирәсәк, тип иҫәпләй ойоштороусылар.

Башҡортостанда ауыл хужалығы техникаһы һатып алыу күләме арта. Ағымдағы йылдың ғинуар – март айҙарында республика хужалыҡтары 500 млн һумлыҡ техника һатып алған. Был, уҙған йыл менән сағыштырғанда, 150 млн һумға күберәк.

Өфө районының Чесноковка ауылында ике кеше, йорттарын янғындан ҡотҡарабыҙ тип, үҙҙәре һәләк булған. Янғын төндә сыҡҡан. Йоҡонан уянған 50 йәшлек ир менән 40 йәшлек ҡатын утты һүндерә башлай, ә улдары тәҙрәнән сығып ҡотола.

27 апрелдә Өфөлә пассажир­ҙарҙы һәм транспортты ташыу өсөн борам юлдары асыла. Борам менән һыу аша сығыу юлдары 110 баҡсасылар йәмғиәтен, 18 меңдән ашыу баҡсаны оло ер менән бәйләй. Һәр судно һигеҙ еңел машинаны һыу аша сығарыуға һәләтле.

Республиканың ҙур һыу һаҡлағыстарында һыу юғары кимәлдә һаҡлана. Павловка, Йома­ғужа, Нөгөш, Слак һыу һаҡлағыс­тарында һыу тәүлек эсендә һиҙелерлек күтәрелгән. Таналыҡ менән Һаҡмар һыу һаҡлағыстарында элекке кимәлендә ҡалған.

Башҡорт драматургы Флорид Бүләковтың спектаклен Фин­ляндияла ҡараясаҡтар. 18, 19 апрелдә Йоэнссу һәм Варкаус ҡалаларында Карелияның Милли театры артистары Флорид Бүләковтың «Изге эш» пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакль күрһәтәсәк. Был тамаша – театр репертуарында иң популяр спектаклдәрҙең береһе.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға