«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Мәғлүмәт технологиялары буйынса агентлыҡта − яңы урынбаҫар



12.04.2013 Мәғлүмәт технологиялары буйынса агентлыҡта − яңы урынбаҫар

Мәғлүмәт технологиялары буйынса агентлыҡта − яңы  урынбаҫарБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Юрий Крюковты БР Мәғлүмәт технологиялары буйынса агентлығы етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Юрий Валерьевич Крюков 1970 йылда Туймазы ҡалаһының Сера­фимовский ҡасабаһында тыу­ған. Юғары белемле. 1992 йылда – Баш­ҡорт дәүләт пе­дагогия университетын, 2003 йылда Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген БДПУ-ның программалау һәм иҫәпләү математикаһы кафедраһында ассистент булып башлай. Әлеге вазифаға тәғәйенләнгәнсе “Башнефть” компанияһында IТ-проекттар департаментының әйҙәүсе белгесе булып эшләгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға