«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өфөгә инвестиция ла килә, йәшәү ҙә арзан



12.04.2013 Өфөгә инвестиция ла килә, йәшәү ҙә арзан

Инвестициялар күләме 2008 йылда (был йыл көрсөк осоро булараҡ билдәләнә) 86 миллиард һумға тиң булһа, быйыл 100 миллиард һумлыҡ сикте үтеүе мөмкин. Ҡала хакимиәте мәғлүмәте буйынса, 2011 йылда инвестиция суммаһы 94 миллиард 800 миллион һум тәшкил иткән. Был күрһәткес буйынса Өфө Рәсәйҙең миллионлы ҡалалары араһында икенсе урында тора.
Өфө мэры урынбаҫары Илдар Хәсәнов һүҙҙәренсә, инвесторҙар бюджет өлкәһенә йәлеп ителәсәк. Мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә лә партнерлыҡ мөнәсәбәттәре үҫтерелә. Бөгөн баш ҡалала 60-ҡа яҡын эшҡыуар шәхси балалар баҡсалары ойоштороу менән шөғөлләнә.
Инвесторҙарҙың өс миллиард һум күләмендәге аҡсаһы перинаталь үҙәк төҙөүгә йәлеп ителгән, ә 1 миллиард 700 миллион һум күләмендәге сумма онкология үҙәген төҙөүгә йүнәлтелгән. Ҡала дәүләт инвестицияларына ла иҫәп тота. Быйыл Өфө Респуб­лика адреслы инвестиция программаһына ярашлы төбәк бюджетынан 3 миллиард һум аҡса аласаҡ. Шуның 2,8 миллиард һумының юл төҙөү һәм ремонт­лау­ға тотонолоуы ихтимал.
Өфөнөң арзан ҡала булыуы тураһында ла һүҙ буш түгел. РФ Йәмәғәт палатаһының агросәнәғәт буйынса бер төркөм белгесе 2013 йылдың феврале өсөн социаль мөһим продукттарҙың һәм хеҙмәттәрҙең (иң кәрәкле аҙыҡ-түлек, дарыуҙар, торлаҡ-коммуналь хеҙмәт һәм автомобиль ҡулланыу хаҡы) мониторингын төҙөгәндә тап Баш­ҡортостандың баш ҡалаһы иң арзаны булыуын асыҡлаған.
Халыҡтың бер айлыҡ сығым индексы 11414 һумға торош иткән. Икенсе урында – 11590 һум менән Воронеж, өсөнсөлә – Омск (11668 һум).
Иң ҡиммәт ҡала – Хабаровск. Бында иң кәрәкле нәмәләргә айына 16381 һум аҡса тотонола.
Аныҡ хаҡтарға бер аҙ туҡтал­һаҡ, февралдә Өфөлә торлаҡ-коммуналь түләү хаҡы уртаса 2814 һум тәшкил иткән. Был – илдә иң арзан күрһәткес. Автомобиль тотоноу буйынса хаҡтарға бензин, транспорт һалымы, страховка полисы, яғыу­лыҡ, техник хеҙмәт инә. Был өлкәлә Өфө улай уҡ арзан түгел – 4143 һум. Сағыштырыу өсөн: иң арзан хаҡ Ставрополдә − 3729 һум.
Әлеге мониторинг үткән айҙа ил буйынса аҙыҡ-түлектең хаҡы төшөүе күҙәтелеүен һәм иң мөһим ризыҡ йыйылмаһының 2909 һум тәшкил итеүен асыҡлаған. Өфөләге хаҡ – 2788 һум. Йәмәғәт палатаһы иң кәрәклеләр исемлегенә икмәк, шәкәр, йомортҡа, һөт, эремсек, сыр, аҡ май, һыйыр ите, сусҡа ите, тауыҡ, минтай, көнбағыш майы, картуф һәм борщ бешереү өсөн йәшелсәләрҙе индерә.
Ә иң мөһим дарыуҙар йыйылмаһы беҙҙә уртаса 1669 һумға етә. Ил буйынса – 1650 һум.
Һәм дөйөм һөҙөмтә: Өфө − илдә йәшәү өсөн иң арзан ҡалалар исемлегендә беренсе урында.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға