«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Мәғариф министрына – “икеле”?



12.04.2013 Мәғариф министрына – “икеле”?

Мәғариф министрына –  “икеле”?РФ Дәүләт Думаһының ике партияһы РФ мәғариф һәм фән министры Дмитрий Ливановтың отставкаға китеүен талап итә. Коммунистар партияһы менән “Берҙәм Рәсәй” ил Президентына ошо хаҡта мөрәжәғәт яҙған.
КПРФ лидеры ҡул ҡуйған хатта яҙылыуынса, улар хөкүмәттән, министрлыҡтан емергес ҡарарҙарын хаталы тип таныуҙарын талап итә.
Коммунистар, башлыса, Ливановтың бюджет иҫәбенә уҡыусы студенттар һаны кәмейәсәген белдереүе, министр ҡул ҡуйған өлкән кластар өсөн федераль дәүләт белем биреү стандарттары (ФГОС) менән килешмәй. Һуңғыһы Рәсәй дөйөм мәғариф системаһына емерелеү менән янай, тип иҫәпләй Геннадий Зюганов.
Бынан тыш, ведомство вуздарҙың һөҙөмтәлелеген тикшереү һылтауы менән уйлап сығарылған примитив критерийҙар аша юғары уҡыу йорттарына тиҙ арала “диагноз ҡуйып, хөкөм сығар­ған”. Илдең 136 вузы һөҙөмтәһеҙ эшләй, тип табылған, шул иҫәптә 30 педагогия вузы, 24 ауыл хужалығы, 17 мәҙәниәт институт-университеттары бар.
Етмәһә, Ливанов әфәнденең Рәсәй Фәндәр академияһы хаҡында әйткәне арҡаһында ла зыян күреүе бар. “Рәсәй Фәндәр академияһы кеүек фәнни ойошма ХХI быуатта перспективаһыҙ. Ул йәшәй алмаясаҡ”, − тигән ул. Меңдәрсә ғалимға был кәмһетеү булып яңғыраған һәм улар ҙа, моғайын, министрҙың отставкаһын талап итер.

Вести. Ру сайтынан Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға