«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ике көн ҡалды



26.10.2010 Ике көн ҡалды

Ике көн ҡалдыТышта рәхәтләнеп йөрөп ҡалырға тырышығыҙ – синоптиктар бөгөн һәм иртәгә генә йылы буласағын вәғәҙә итә! Шишәмбе һәи шаршамбыла һауа температураһы көндөҙ республикала 7 градус тирәһе йылы буласаҡ. Ә инде кесе йома етеү менән көндөҙ ҙә һауа 2 градустан да нығыраҡ йылынмаясаҡ. Ошондай көн торошоноң аҙна аҙағына тиклем дауам итеүе көтөлә.
Аҙна бөтөп, ноябрь башланғас, һауа температураһы көндөҙ 1 градус һалҡынға тиклем төшәсәк. Төндәрен 8 градусҡа тиклем һалҡынайтыуы көтөлә. ҡыҫҡаһы, ноябрь башланыу менән үҙен күрһәтергә – беҙҙе өшөтөп алырға тырышыр. ҡышҡы кейемдәрҙе барлап, ысын ҡыш килеүен көтөргә генә ҡала.
Л. СОЛТАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға