«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Янғын һүндереүселәргә – штраф!



26.10.2010 Янғын һүндереүселәргә – штраф!

Янғын һүндереүселәргә – штраф!Татарстан Республикаһының Түбәнге Кама ҡалаһы ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре эштәренә шул тиклем яуаплы ҡарай – ҡағиҙә боҙған бер генә транспорт сараһын да күҙ уңынан ысҡындырмай­ҙар. Хәҙер улар, урындағы янғын һүндереү машиналары водителдәрен тиҙлекте арттырыуҙа ғәйепләп, штрафтар һала башлаған.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең камералары был машиналар янғын һүндерергә китеп барған саҡтағы тиҙлектәрҙе теркәгән. Үткән йәй айҙарында ғына Түбәнге Камалағы янғын һүндереү машиналарының водителдәренә эш ваҡытында шәп йөрөгәндәре өсөн һигеҙ тапҡыр штраф сәпәгәндәр. Әлбиттә, янғын һүндереүселәр бындай ғәҙелһеҙлеккә сыҙап торорға йыйынмай – улар ҙа судҡа мөрәжәғәт иткән. Янғын һүндереүселәр кеше ғүмерҙәрен, милекте һаҡлап ҡалыр өсөн тырыша. Бында ниндәй ҡағиҙә боҙоу тураһында һүҙ алып барырға мөмкин!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға