«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Сиратта – Яңауыл



09.04.2013 Сиратта – Яңауыл

Сиратта – ЯңауылБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үткән ялда Яңауыл районы һәм ҡалаһында булды.
Бындағы осрашыуҙарҙа 2012 йылға йомғаҡтар тураһында әйтелде, быйылға күҙаллауҙар билдәләнде.
Былтыр, йыл ҡоро килеүгә ҡарамаҫтан, сәнәғәт етештереү күләмен дә, ауыл хужалығы буйынса ла әҙгә булһа ла арттырыуға өлгәшкәнбеҙ. Төбәк тулайым йыйымы ла насар түгел, халыҡ килеме лә күбәйгән.
Яңауыл иҡтисадына килгәндә, был тарафтарҙа былтыр ике миллиард һумдан ашыу тауар һатылған, үҫеш өс процент тәшкил иткән. Эшкәртеү предприятиелары үҙ күрһәткестәрен 40 процентҡа арттырһа ла, етештереүселәрҙеке арыу ғына түбәнәйгән. Әйткәндәй, 2013 йылдың тәүге ике айында Яңауылда эшкәртеү сәнәғәте күләме 27 процентҡа артҡан.
Президент республиканың һәр төбәгендә осрашыуҙар үткәргәндә мотлаҡ инвестиция проекттары тураһында телгә ала. Яңауылда ла шундай проекттарҙың береһе тормошҡа ашырыласаҡ.
Был төбәктә ярайһы етди проб­лемаларҙың береһе – тар специальность табиптары етешмәү. Районда 886 медицина хеҙмәткәре бар, шуларҙың 96-һы – табиптар. Етмәһә, белгестәрҙең күбеһе өлкән йәшкә яҡынлаша. Медицина хеҙмәтләндереүе сифаты тураһында ла уйланырға кәрәк.
Президент етем балаларға бәйле проблемаларҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Әле республикала 17,5 мең етем бала булып, шуларҙың 90 процентының ата-әсәһе бар. Рөстәм Хәмитов Яңауыл районы активы менән һөйләшеүендә, төбәктә етемдәрҙе ғаиләләргә урынлаштырыу мәсьәләһен яйға һалырға кәрәклекте һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Республика етәкселеге булған һәр ерҙә спорт учреждениелары хаҡында ла һүҙ күтәрелә. Был юлы Яңауылда яҡшы яңылыҡ бар – Рөстәм Хәмитов «Йәшлек» физкультура-һауыҡтырыу комплексына инеп сыҡты. Бындай бина төҙөү урында күптән кәрәк ине, сөнки спорт залдарына ҡытлыҡ булған. Ә шөғөлләнергә теләүсе йәштәр һаны артҡан. Әлбиттә, 1983 йылда уҡ ошондай объект төҙөү күҙалланһа ла, ул саҡта эште аҙаҡҡа еткереү мөмкинлеге табылмаған. Әлеге яңы комплексты яңауылдар бик көтөп алды. Эштәр былтыр йыл башында башланып, бөгөн ҙур заллы, теннис, хоккей майҙаны, йүгереү юлы, бильярд булған бина барыһының да ҡыуанысына әүереләсәк. Бынан тыш, кафе, душ бүлмәләре, автомобиль ҡуйыу урыны, трибуналар ҙа бик уңайлы эшләнгән.
Рөстәм Хәмитов, спорт комплексын иғтибар менән ҡарап, бында киләсәктә чемпиондар әҙерләнер, тигән өмөтөн белдер­ҙе.
Яңауылда экологик торошто ла күҙ уңынан ситтә ҡалдырырға ярамай. Бында һаман ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн заманса махсус сүплек юҡ, булған ҡыйлыҡтар тәбиғәтте һаҡлау ҡанундарын боҙа. Етмәһә, унауында йыш-йыш янғын сығып тора. Быға һауаны бысратыусы 41 предприятие барлығын да ин­дер­һәк, төбәктә экология йәһәтенән проблеманы кисекмәҫтән хәл итеү зарурлығы тыуа.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға