«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Франция Башҡортостан менән ҡыҙыҡһына



09.04.2013 Франция Башҡортостан менән ҡыҙыҡһына

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Францияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Жан де Глиниасти менән осрашып, ике дәүләт араһында социаль һәм иҡтисади өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итеү тураһында һөйләшеү алып барҙы.
Башҡортостан менән Франция араһындағы тышҡы сауҙа әйләнеше 2012 йылда 150 миллион доллар тәшкил иткән. Шуларҙың 100 миллион доллары – экспортҡа, 50 миллион самаһы импортҡа тура килә. Беҙҙең республика Францияға нефть продукттарын сығарһа, француздарҙан машина һәм ҡорамалдар һатып ала.
Рөстәм Хәмитов фекеренсә, инвестиция мөхитен яҡшыртыуға йүнәлтелгән ҡануниәтте яңыртыу ике республика араһында инвестиция йәһәтенән хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә булышлыҡ иткән.
Тиҙҙән Alstom һәм “РусГидро” компанияларының уртаҡ предприятиеһын булдырыу проекты тормош­ҡа ашырылыуы күҙаллана.
Йәнә лә ҙур проекттар араһында Францияның “Сен-Гобен” концерны менән Ҡырмыҫҡалы районында төҙөләсәк гипсокартон етештереү буйынса завод бар. Бынан тыш, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең “Turbomeca” компанияһы менән вертолет двигателдәре өсөн комплектлаусы изделиелар етештереү буйынса хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре ҡарала.
Франция бизнесы вәкилдәре һөйләүенсә, Рәсәйҙә Европа инвестицияларын йәлеп итеп, дәүләт-шәхси партнерлыҡ булдырыу көтөлә. Был маҡсат өсөн дүрт төбәк һайлап алынған. Улар – Калуга һәм Томск өлкәләре, Удмуртия һәм Башҡортостан республикалары.
Башҡортостанда Франция компаниялары өсөн ҡыҙыҡлы булған проекттар байтаҡ. Быға Өфөлә трам­вай­ҙар паркын яңыртыу, республиканың тау саңғыһы үҙәктәрендә, шул иҫәптән Өфөлә лә канат юлдар булдырыу инә. Баш ҡалабыҙҙа тағы ике “Леруа Мерлен“ сауҙа объектын асыу, Францияла етештерелгән спорт тауарҙарын һатыу буйынса магазин төҙөү ҙә күҙаллана.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға