«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Халыҡҡа – үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлек



26.10.2010 Халыҡҡа – үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлек

Балтас районында үткән малсылыҡ тармағы эше йомғаҡтары буйынса республика семинар-кәңәшмәһендә ауыл хужалығы министры Азат Йыһаншин ауыл хужалығы продукцияһы етештереү йомғаҡтарына анализ яһаны.
Ул, хакимиәт башлыҡтары хәлде ныҡлы белгән райондарҙа, ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, аныҡ һөҙөмтәләр бар, тип билдәләне һәм халыҡты үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙе, төбәктә ауыл хужалығы етештереүен үҫтереүҙең өҫтөнлөклө бурыстарының береһе, тип атаны.
Сарала тоҡомло малсылыҡ, һыйырҙар һанының кәмеүе, тулыһынса яһалма ҡасырыуға күсеү мәсьәләләре ҡаралды.
БР Ветеринария идаралығы начальнигы урынбаҫары Баязит Ғәлимов малдарҙың ауырыуы һәм республика хужалыҡтарында ветеринарҙар тарафынан үткәрелгән эш хаҡында һөйләне.
Көндөң икенсе яртыһында Балтас районындағы ауыл хужалығы предприятиеларына сәфәр ойошторолдо.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға