«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Күп балалы ғаиләләргә – ер бүлеме



02.04.2013 Күп балалы ғаиләләргә – ер бүлеме

Башҡортостанда күп балалы 7,7 мең ғаилә һәм инвалид бала тәрбиәләгән 1,4 мең ғаилә бушлай ер биләмәһе алған. Был категорияға ҡараған барлыҡ ғаиләләр, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булыу-булмауына ҡарамай, бушлай ер участкаһы алыу хоҡуғына эйә.
Бөгөн республикала өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән 36,7 мең ғаилә һәм инвалид бала тәрбиәләгән 12,5 мең ғаилә йәшәй. Бушлай ер алыу өсөн күп балалы 17740 ғаилә һәм инвалид бала тәрбиәләгән 4010 ғаилә сират­ҡа торған.
Башҡортостан Президенты Рөс­тәм Хәмитов участкаларҙы инженерлыҡ һәм социаль инфраструктура булған ерҙән бүлергә ҡушты. БР Хөкүмәте мәғлүмәте буйынса, был бурыс ерҙәрҙе бер категориянан икенсеһенә күсереү һәм ауылдарҙың сиктәрен киңәйтеү юлы менән үтәлә.
Бушлай ер биреү буйынса Әбйә­лил, Баҡалы, Бөрө, Бөрйән, Ғафури, Дәүләкән, Ейәнсура, ҡыр­мыҫҡалы, Краснокама, Күгәрсен, Кушнаренко, Мәләүез, Мишкә, Нуриман, Стәр­лебаш, Туймазы, Учалы һәм Өфө ра­йондарында эш әүҙем алып барыла.

Г. ЙОСОПОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға