«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Президент халыҡ менән һөйләшәсәк



29.03.2013 Президент халыҡ менән һөйләшәсәк

Башҡортостан юлдаш телевидение­һында республика Президенты тура эфир­ҙа республика халҡы һорауҙарына яуап бирәсәк. Был сара 11 апрелдә 19 сә­ғәткә билдәләнгән.
Рөстәм Хәмитовҡа бөгөндән мөрәжәғәт итергә мөмкин. Башҡортостан Президен­ты серверында махсус электрон почта адресы булдырылған: tv@bashkortos­tan.ru. Һорауҙарҙы Рөстәм Хәмитов үҙе ҡараясаҡ, иң ҡыҙыҡлы һәм көнүҙәк булғандарына тура эфирҙа яуап бирәсәк.
Республика етәксеһе менән бындай форматта һөйләшеү, йәғни телеэфир аша тура диалог бишенсе тапҡыр үткәрелә. Президентҡа һорауығыҙ булһа, был саранан ситтә ҡалмағыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға