«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ветерандарҙың һаулығын хәстәрләп



29.03.2013 Ветерандарҙың һаулығын хәстәрләп

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм уларға тиңләштерелгән кешеләргә күрһәтелгән медицина хеҙмәтләндереүе сифатын яҡшыртыу маҡсатында махсус айлыҡ үтә. Ул 1 апрелдән 1 майға тиклем дауам итәсәк.
Айлыҡ сиктәрендә ветерандар һаулыҡ һаҡлау ойошмаларында тулы комплекслы медицина тикшереүе үтәсәк. Йөрөй алмағандарға, даими ҡарауға мохтаждар янына төрлө белгестәрҙән торған бригада киләсәк. Махсус медицина ярҙамына (шул иҫәптән юғары технологиялыһына) һәм медик-социаль экспертизаһында тикшерелеүгә мохтаждарҙы асыҡлау, Һуғыш ветерандарының республика клиник госпиталенә йүнәлтмәләр биреү буйынса эш атҡарыласаҡ.

БР һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға