«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » “Яҡташтар” проекты аҙағына яҡынлаша



29.03.2013 “Яҡташтар” проекты аҙағына яҡынлаша

“Берҙәм Рәсәй“ партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Яҡташтар“ проектына йомғаҡ яһау мәле етә. Партияның төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты рәйесе Альберт Мифтахов әйтеүенсә, проект бойом­ға ашырыла башлағандан алып Башҡортостан халҡынан 380 мең анкета йыйып алынған. Проекттың махсус сайтына 150 меңдән ашыу кеше ингән. Кешеләр анкеталар ебәреүен дауам итә. Дөйөм алғанда, “Яҡташтар“ проектының беренсе этабында ярты миллиондан ашыу кеше әүҙемлек күрһәткән. Тәҡдим ителгән исем-фамилиялар иһә мең ярымдан ашыу. Башҡортостандың һәр районы проектҡа яуаплы ҡараған, тип хәбәр итәләр “Берҙәм Рәсәй”ҙән. “Яҡташтар”ҙы халыҡ ыңғай ҡабул иткән һәм ул артабан да дауам итәсәк. Әлеге проект белем биреү һәм тәрбиәүи йүнәлештәге сара булып тора, башлыса, йәштәр өсөн тәғәйенләнгән.
Арҙаҡлы яҡташтар исемлегенә замандаштарыбыҙ ҙа күпләп индерелгән.
– Кешеләрҙең иҫән сағында ҡәҙерен белергә кәрәк, – тигән фекерҙә Альберт Мифтахов. – Минеңсә, проект анкета тултырыу менән генә тамамланмай. Ул инде анкеталарһыҙ ҙа һәр ҡалала, ауылда дауам итергә тейеш. Лайыҡлы кешеләргә иғтибар һәм ихтирам менән ҡарарға, уларҙы уҡыусылар, йәштәр өсөн өлгө итеп ҡуйырға бурыслыбыҙ.
Президент Рөстәм Хәмитов та тап ошоға баҫым яһай: барыһы ла аҡса менән үлсәнмәй. Әхлаҡи баһа, күрше-тирәнең ихтирамы кешеләр өсөн һәр саҡ хеҙмәткә, батырлыҡҡа, изгелеккә әйҙәүсе ҙур көс булып һанала.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға