«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Халыҡ-ара рейтинг агентлығы белгестәре – Башҡортостанда



26.03.2013 Халыҡ-ара рейтинг агентлығы белгестәре – Башҡортостанда

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Standard & Poor`s” халыҡ-ара рейтинг агентлығы вәкилдәре менән осрашты. Һөйләшеүҙә агентлыҡтың Мәскәүҙәге офисының “Төбәк һәм муниципаль финанс” төркөмө директоры Борис Копейкин менән төркөмдөң өлкән аналитигы Александра Баллод ҡатнашты.
Әле белгестәр Башҡортостандағы хәлгә баһа биреү өсөн аналитик мәғлүмәт туплау менән мәшғүл. Материалдар рейтинг комитетына йүнәлтеләсәк.
Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, был компания менән аралашыу беҙҙең өсөн бик мөһим. Республика иҡтисад өлкәһендә яҡшы уңыштарға өлгәшә. Беҙ эҙмә-эҙлекле, системалы эшләйбеҙ, ҡабаланып ҡабул ителгән ҡарарҙар юҡ, финанс хәл дә ярайһы уҡ тотороҡло.
Борис Копейкин, журналистар алдында сығыш яһап, ике йыл рәттән рейтингының ыңғай прогноз менән билдәләнеүен, тимәк, рейтингыны яҡшыртыу мөмкинлеге лә булыуын әйтте.
Ә инде Башҡортостандың кредит рейтингына насар йоғонто яһарлыҡ мәсьәләләр араһында бюджетҡа төшкән ауырлыҡтарҙың артыуын билдәләргә була. Быға социаль бурыстарҙың артыуы сәбәпле, ти белгестәр. Иҡтисадтың тышҡы баҙар конъюнктураһына, айырым тармаҡтарға һәм ҡайһы бер һалым түләүселәргә ныҡ бәйле булыуы ла баһалау исемлегенә үҙенсә тәьҫир итә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға