«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Сихырсы йортто шартлата яҙған



22.03.2013 Сихырсы йортто шартлата яҙған

Баш ҡалала йәшәүсе пенсионер әхирәтенә ҡунаҡҡа килгән һәм: «Мине сихырлағандар, миндә боҙом бар», – тигән дуҫына ярҙам итергә булған.
Был бик мөһим ритуал өсөн ул төтөнлө дары ҡулланған. «Йола» ваҡытында артып ҡалған дарыны банкаға һалған. «Күрәҙәсе» сихыр сисеү процесын бөтә күңеле менән бирелеп башҡарған, күрәһең, барлыҡ хәүеф­һеҙлек сараларын онотоп, дарылы һауытҡа баҙлап торған тәмәке төпсөгөн ташлай… Артабан көслө шартлау яңғырай, шартлау көсө хатта бәҙрәф ишеген бәреп сығара.
Тәненең күп өлөшө янған 60 йәшлек «арбаусы» ҡатын шок хәлендә дауаханаға эләгә. Бөгөн уны шартлатҡыс мәтдәләр һаҡлаған һәм ҡулланған өсөн суд көтә. Ярай әле сихырҙы ҡыуыу өсөн мылтыҡ ҡулланмаған, ул саҡта ҡорбандар күберәк булыр ине.

Л. ТАШБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға