«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Хәрбиҙәргә – ҡиммәтле автомобиль



22.03.2013 Хәрбиҙәргә – ҡиммәтле автомобиль

Хәрбиҙәргә – ҡиммәтле автомобиль
Өфөнөң «Аҡбуҙат» ипподром комплексы биләмәһендә РФ Эске эштәр министрлығы Эске эштәр ғәскәр­ҙәре­нең генерал Миңлеғәле Шаймо­ратов исемендәге 29-сы отрядының Төньяк Кавказда хәрби бурысын үтәгәндә яраланған хәрбиҙәренә автомобиль асҡыстары тапшырыу тантанаһы үтте.
«Хәтер бурысы» сиктәрендә өр-яңы «Пежо – 408» асҡыстарын Өфөнән капитан Андрей Волдырев, прапорщик Дмитрий Бердинский, Чебоксарҙың 3997-се хәрби часынан Эдуард Гав­рилов алды. Уларҙың өсөһө лә дәүләт наградалары менән бүләкләнгән, ҡаһар­манлыҡ ордены кавалерҙары.
Төньяҡ Кавказдағы террорға ҡаршы операциялар барышында РФ Эске эштәр министрлығы эске ғәскәрҙәренең Волга буйы төбәк командованиеһынан 800 офицер, һалдат һәм сержант хәрби бурысын үтәгән.

З. ХӘСӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға