«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



22.03.2013 Өс һөйләм менән

20 – 26 апрелдә Башҡор­тостанда сираттағы “Парктар маршы” үтәсәк. Республикабыҙҙа 1996 йылдан башлап ойошторол­ған сара быйыл 10 июнгә тиклем дауам итәсәк. “Парктар маршы” барышында төбәгебеҙҙең айы­рыу­са һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен таҙартыу, һаҡлау саралары күрелә.

Бөгөн Өфө дәүләт нефть техник университетында Наурыз бай­рамына арналған “Студент яҙы − 2013” уҙа. Унда университетта уҡыусы Башҡортостан һәм Рәсәй студенттары ғына түгел, Азия, Африка, Латин Америкаһы, Европанан килеүселәр ҙә әүҙем ҡатнашмаҡсы. Байрамға килеүселәргә ҡыҙыҡлы концерт программалары күрһәтелә, студенттар тәмле-татлы күстәнәстәр менән һыйлана ала.

Йыл башынан алып күҙәтеүҙәр буйынса, Тәтешле бер һыйырҙан бер мең килограмдан ашыу һөт һауыусы район булараҡ танылды. Быға тиклем бындай һәйбәт һауым Саҡмағош һәм Стәрлетамаҡ райондарында ғына билдәләнә ине. Дөйөм алғанда, әле республикала тулайым һауым 259400 тоннанан ашыу.

Башҡортостандың 37 районы минераль ашламалар һатып ала башланы. БР Ауыл хужалығы министрлығынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, республика хужалыҡтары 9825 тонна ашлама һатып алған, был − планлаш­ты­рыл­ғандың 14 проценты. Әлеге эште башҡарыу буйынса Саҡма­ғош районы алда бара.

Республикала күп балалы 7528 ғаилә бушлай ер участкаһы алған. Әлеге көнгә Башҡортос­танда күп балалы 36699 ғаилә бар, уларҙың 9069-ы торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн сират­ҡа баҫҡан. Билдәле булыуынса, беҙҙә күп балалы йәки инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә ер участкалары айырым исемлек буйынса таратыла.

Кисә билдәле балерина Фирҙәүес Нафиҡованың тыуы­уына 75 йыл тулды. Башҡор­тостанда ғына түгел, Рәс әйҙә дан яулаған талантлы артистың репертуарында классика ла, милли партиялар ҙа бар. Фирҙәүес Нафиҡова − Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
Л. СИРАЕВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға