«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Беҙҙә бал да, мал да күп



22.03.2013 Беҙҙә бал да, мал да күп

Башҡортостандың статистика идаралығы 2012 йылғы ҡайһы бер күрһәткестәрҙе иғлан итте. Улар Рәсәй субъекттары араһында Башҡортостандың биләгән позицияһына ҡағыла.
Республикабыҙ илдә бал етештереү һәм мал һаны яғынан беренсе урында тора. Йомортҡа етештереүҙә беҙ – икенсе.
Волга буйы федераль округында ла байтаҡ күрһәткес буйынса алдынғы урындарҙы биләйбеҙ. Был исемлектә Башҡортостан шулай уҡ бал алыу, һарыҡ-кәзә, йылҡы, һыйыр малының һаны буйынса – беренсе, һөт етештереү, һуғым малы һәм ҡош үрсетеү, ауыл хужалығы продукцияһы буйынса икенсе урында.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға