«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Йылҡысылыҡҡа – 7 миллион



19.03.2013 Йылҡысылыҡҡа – 7 миллион

Йылҡысылыҡҡа – 7 миллион
Башҡортостанда йылҡысылыҡты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Рәсәй Хөкүмәте лә малсылыҡтың борондан килгән төрөн үҫтереүҙе хуплай.
Быйыл республика йылҡы малын һатып алыуға һәм үрсетеүгә тотонолған сығымды ҡаплауға ете миллион 150 мең һум федераль субсидия аласаҡ. Был туралағы документҡа Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған да инде.
Башҡорт ерендә йылҡы үрсетеү борондан ҡалған шөғөл. Әле лә беҙҙә был малдың юғары сифатлы ите, ватан деликатесы булараҡ, ҙур ихтыяж менән ҡулланыла. Төрлө күргәҙмәләрҙә лә сифат яҡшылығы дәлилләнеп тора. Мәҫәлән, ”АгроКом­плекс – 2013” күргәҙмәһендә лә уңыштарға өлгәшелде. Был тәңгәлдә Дыуан районының “Уралтау”, “Илеш ите”, ”Алтын мөгөҙ”, Өфө ит консерва комбинаты кеүек предприятиеларҙы атарға була. Йылҡы итенән етештерелгән ризыҡтар иҫәбендә, әлбиттә, ҡаҙы ла бар.
Дөйөм алғанда, республикалағы эшкәртеү предприятиелары урында үҫтерелгән мал итен файҙалана.
Башҡортостанда бөгөн 125 мең баш йылҡы малы иҫәпләнә. Был – Рәсәйҙә икенсе урын күрһәткесе. Мал һаны республиканың 38 районында артҡан.
Тимәк, тиҙҙән һәр кемдең өҫтәлендә ҡаҙы, ҡымыҙ булырына ла ышаныс ҙур.

А. ЗИННУРОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға