«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



19.03.2013 Өс һөйләм менән

БР Иҡтисади үҫеш министрлығы “Euromoney” нәшриәт төркөмө менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Был документ республиканы социаль-иҡтисади яҡтан үҫтереү маҡсатында оҙайлы йылдарға файҙалы партнерлыҡты күҙаллай. Яҡтар беҙҙең республикаға инвестиция йәлеп итеү йәһәтенән эшләйәсәк, имиджыбыҙҙы күтәреү юлдарын бергә ҡараясаҡ.

Башҡортостан һөнәрселәре Мәскәүҙә ойошторолған “Ладья. Яҙғы фантазия – 2013” тип аталған күргәҙмә-йәрминкәлә ҡатнашты. Унда беҙҙең оҫталар 200-ҙән ашыу экспонат алып барған. Күргәҙмәлә тәҡдим ителгән әйберҙәр араһында кейеҙҙән эшләнгәндәре айы­рыу­са ҙур урынды биләгән.

30 мартта Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында “Франкофония – 2013” тип аталған фестиваль үтәсәк. Был сара данлыҡлы әкиәтсе Шарль Перроның тыуыуына 385 йыл тулыуға арнала. Унда француз мәҙәниәтен, әҙәбиәтен ярат­ҡан һәр кем ҡатнаша ала.

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе итеп Башҡортостандың халыҡ артисы Филүс ҡаҙаҡбаев тәғәйенләнде. Был хаҡтағы бойороҡҡа Башҡор­тостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡул ҡуйҙы. Филүс Хәсән улы ҡаҙаҡбаев 1971 йылда Ейәнсура районында тыуған, 2011 йылдан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармониһында эшләй.

Кисә Өфөнөң “Аҡбуҙат” ипподромы янында төҙөлә башлаған бина емерелгән. Был хәл төнгө сәғәт беренсе ярты тирәһендә булған, ҡотҡарыусыларҙы емерелгән бина эргәһендә йәшәүселәр саҡыртҡан. Шөкөр, был ваҡиға арҡаһында матди зыян ғына килгән, бина эсендә бер кем дә булмаған.

Сәсеү эштәре 20 – 25 апрелдә башланасаҡ, тип күҙаллана. Беҙҙең тракторҙар һәм башҡа сәсеү агрегаттары яҙғы баҫыу эштәрен 15 – 17 көндә тамам­лар­ға мөмкинлек бирә, шулай ҙа хужалыҡтарҙың күбеһендә техниканың сифаты насарайыуын билдәләргә кәрәк. Белгестәр ужымдың нисек ҡышлауын ҡарап сыҡҡан, әйтеүҙәренсә, уларҙың торошо ҡәнәғәтләнерлек.

21 мартта Башҡорт дәүләт университетында магистр программаларына уҡырға инергә ниәтләүсе абитуриенттар өсөн “Асыҡ ишектәр көнө” ойошторола. Унда магистр программалары менән яҡындан танышыу, юғары уҡыу йортоноң уҡытыусылары, декандары менән осрашыу мөмкинлеге буласаҡ. Сара абитуриенттарға уҡырға инеү һынауҙарын еңелләштереү маҡсатында уҙғарыла.

Л. СИРАЕВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға