«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Халыҡ фронты тағы ла халыҡҡа яҡынаясаҡ



19.03.2013 Халыҡ фронты тағы ла халыҡҡа яҡынаясаҡ

Башҡортостанда Бөтә Рәсәй халыҡ фронты нигеҙендә яңы хәрәкәт төҙөргә ниәтләйҙәр. Әле уның ойоштороу комитеты булдырылған. Был хаҡта РФ Дәүләт Думаһы депутаты Ольга Тимофеева хәбәр итте. Ул Өфөлә БР Профсоюздар федерацияһы, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, медицина хеҙмәткәрҙәре, журналистар, юристар менән осрашты. Ошондай уҡ әҙерлек Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә алып барыла. Яңы хәрәкәт власть органдары менән граждандар араһында бәйләнеш булдырыу өсөн ойошторола.
Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы координаторы Раил Әсәҙуллин билдәләүенсә, фронт алдына ҡуйған бурыстарҙы һәм пландарҙы тормошҡа ашырған. Хәҙер инде был ойошмаға артабан үҫер өсөн яңы импульс кәрәк. Яңы хәрәкәттең бер партияға ла ҡағылышы юҡ, унда төрлө профессияға эйә булған әүҙем кешеләр инәсәк. Бөтә Рәсәй халыҡ фронты хәрәкәтен РФ Президенты Владимир Путин етәкләйәсәк. Унда көнитмешебеҙҙең көнүҙәк мәсьәләләре ҡараласаҡ һәм уларҙы хәл итеү өсөн аныҡ эштәр эшләнәсәк. Ольга Тимофеева әйтеүенә, Бөтә Рәсәй халыҡ фронтына ағза булып инеү талап ителмәй. Яңы хәрәкәттең төп маҡсаты – әүҙем кешеләрҙе күберәк туплау.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға