«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында – яңы урынбаҫар



19.03.2013 Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында – яңы урынбаҫар

Республика Президенты Рөстәм Хәмитов йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрының урынбаҫары итеп Динар Зөбәйеровты тәғәйенләү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Динар Тәлғәт улы Зөбәйеров Өфөлә тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған. Ул «Башкультинвест», «Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы», «Геофизика» йәмғиәттәрендә, БР буйынса дәүләт һалым инспекцияһында, Өфөнөң һалым инспекцияларында эшләй. Былтыр майҙа БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы бүлеге етәксеһе итеп тәғәйенләнеп, әлеге көнгәсә шул вазифала эшләгән.
Министр урынбаҫары булараҡ, Динар Зөбәйеров бухгалтер иҫәбе, юридик һәм кадрҙар эше буйынса мәсьәләләрҙе контролдә тотасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға