«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Гүзәл әсә лә һин



08.03.2013 Гүзәл әсә лә һин

Гүзәл әсә лә һин
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан республикала йәшәүсе күп балалы әсәләргә «Әсәлек даны» миҙалдарын тапшырҙы
Наградаға биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән 56 ҡатын эйә булды.
– Халыҡ һанын арттырыу, демографик хәлде яҡшыртыу дәүләттең төп бурысы булып ҡала. Был юҫыҡта 2012 йыл беҙҙең өсөн уңышлы булды – республикала 60 меңгә яҡын сабый тыуҙы, – тине Рөстәм Хәмитов.
Президент билдәләүенсә, балалар баҡсаларына сират мәсьәләһе лә хәл ителә. Шулай итеп, былтыр Башҡортостандың мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында 14,5 меңгә яҡын урын булдырылған.
Бүләкләү тантанаһында Рөстәм Хәмитовҡа Ейәнсура районының ҡужанаҡ ауылынан башланғыс кластар уҡытыусыһы Луиза Ниязғолова мөрәжәғәт итте. Ул инвалид балаларҙы тәрбиәгә алған күп балалы ғаиләләргә ярҙам итергә тәҡдим итте. ҡатын алты бала үҫтерә, уларҙың береһе – тәрбиәгә алынған инвалид бала. Әммә Луиза Ниязғолова уларҙы айырып ҡарамай, һәр береһен бөтә йөрәктән ярата.
Башҡортостан Президен­ты был башланғысты хупланы.
– Балалар йорттарынан, интернаттарҙан һәм махсус учреждениеларҙан баланы тәрбиәгә алған ғаиләләргә ярҙам итергә тырышабыҙ. Сәләмәт баланы тәрбиәгә алған ғаиләләргә республика бюджетынан 400 мең һум түләнә. Бөгөндән инвалид баланы тәрбиәгә алыусы­лар­ға был сумманы 500 мең һумға тиклем арттырасаҡбыҙ, – тине ул.

А. ЗИННУРОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға