«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Япония ғалимы тәжрибә уртаҡлаша



08.03.2013 Япония ғалимы тәжрибә уртаҡлаша

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Японияның Токио ҡалаһындағы Айчи медицина университеты профессоры Казуо Умезава менән осрашты. Һөйләшеүҙә Республика клиник онкология диспансеры менән Казуо Умезаваның дарыуҙар эшләү өлкәһендәге лабораторияһының хеҙмәттәшлек итеү мәсьә­ләләре тураһында һүҙ барҙы.
Япония ҡунағы яман шеште, иммунитет ҡаҡшауы арҡаһында барлыҡҡа килгән ауырыуҙарҙы дауалау буйынса алдынғы технологиялар менән электән уңышлы шөғөлләнә. Шуға ла уның беҙҙең табиптар менән хеҙмәттәшлек итеүе бик мөһим.
– Өфөнөң онкология үҙәге менән хеҙмәттәшлек итеү минең өсөн бер мәртәбә. Тикшеренеүҙәремде яман шеш ауырыуҙарын уңышлы дауалау өсөн кәрәк булған тәбиғи компоненттар эҙләүгә бағышлайым, – тине Казуо Умезава.
Ул Италия, Греция һәм АҡШ ғалимдары менән хеҙмәттәшлек итеүен дә билдәләне. Башҡортостан ғалимдарының әүҙем булыуы, уларҙың медицина өлкәһенә ҡарашы оҡшауын да әйтте. Умезава әфәнде Өфөгә беренсе килгәнендә үк студенттарҙың айырыуса әүҙемлек күрһәтеүенә һоҡланған һәм йәш быуынды тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерергә уйлаған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға