«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Дуҫ һатыла... 500 һум



12.03.2013 Дуҫ һатыла... 500 һум

Мәскәүҙә һәм башҡа оло ҡалаларҙа өр-яңы хеҙмәт төрө асылған. Беҙҙә хәҙер дуҫты … прокатҡа алырға мөмкин. Америкала һәм Японияла бик популяр хеҙмәт төрө Рәсәйгә лә килеп етте.
Социологик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, күп кеше яңы таныштар табыуҙа ҡыйынлыҡ кисерә икән. Сит илдәрҙә туғандары йәки коллегалары алдында яңғыҙ булып күренмәҫ өсөн был хеҙмәт менән ҡулланыу­сылар бихисап. Бигерәк тә компьютер алдынан тормаған йәштәр дуҫтарҙы прокат­ҡа йыш ала – виртуаль донъяла аралашыуҙы ғәҙәт итеүселәргә күҙмә-күҙ ҡарап һөйләшеү оло бәлә. Ә һатып алынған дуҫ менән төнгө клубҡа йәки башҡа ергә барырға, күңелде бушатҡансы серләшергә, тере хис-тойғолар менән бүлешергә була, йәнәһе.
Рәсәйҙәге “дуҫлыҡ хеҙмәте“ агентлығы башҡа илдәр менән ярыша алырмы, әлегә билдәһеҙ. Ә бына сәғәтенә 250 − 500 һумға төшкән “дуҫың”, түләнгән ваҡыт үтһә, аҡса һорай башлаймы икән? Йәки, артабан уға тағы заказ барлығын иҫәптә тотоп, зым-зыя юҡҡа сығамы?







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға