«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Хаҡтар үҙгәреп тора



12.03.2013 Хаҡтар үҙгәреп тора

Башҡортостандың статистика хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, февраль айында иген эшкәртеүҙән алынған аҙыҡ-түлек ныҡ ҡиммәтләнгән.
Атап әйткәндә, бойҙай онона хаҡ − 6,1, икмәк һәм икмәк изделиеларына 3 процентҡа артҡан. Һоло, арпа һәм манный ярмаларына, бор­саҡ менән фасолгә лә хаҡ ныҡ ҡына күтәрелгән. Шулай уҡ макарон изделиелары, дөгөнөң дә хаҡы 2,3 – 3,4 процентҡа ҡиммәтләнгән.
Алкоголле эсемлектәр яратыусыларҙың да кеҫәләре һайығасаҡ – уның хаҡы 1,1 процентҡа арттырылған. Юға­­ры сифатлы араҡының хаҡы − 2,3, үҙебеҙҙә етештерелгән һыраның хаҡы 2,8 процентҡа артҡан.
Картуф, кәбеҫтә, башлы һуған, кишер, һарымһаҡ һәм ҡыҙыл сөгөлдөр кеүек йәшелсәләрҙең хаҡы ла үҙгәреп тора. Улар ҙа күтәрелә генә бара. ҡыярҙың хаҡы, мәҫәлән, һуңғы көндәрҙә 14,5 процентҡа уҡ артып киткән. Ә помидорҙыҡы нишләптер төшкән. Шулай уҡ тауыҡ ите, балыҡ һәм йомортҡаға ла хаҡ саҡ ҡына булһа ла кәмегән. Һыйыр итенең хаҡы үҙгәрешһеҙ ҡалһа ла, сусҡаныҡы төшкән.

Л. СОЛТАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға