«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Урмансылар үҙ бурыстарын яҡшы белә



26.02.2013 Урмансылар үҙ бурыстарын яҡшы белә

Уҙған аҙнала БР Урман хужалығы министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ул­тырышы үтте. Унда 2012 йыл­ға йомғаҡ яһалды, 2013 йылға бурыстар билдәләнде. Һөйлә­шеүҙә Урман хужалығы фе­де­раль агентлығы етәксеһе урынбаҫарҙары Нико­лай Кротов, Николай Кузьмин, БР урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин ҡатнашты.
Рәжәп Нәбиуллин, коллегия ултырышын асып, республикала халыҡҡа ағас бүлеү, урман хужалығы хеҙмәткәр­ҙәренең эш хаҡы, урмандарҙа янғын һүндереү, урмансылар­ҙың эшендә яңы техника һәм ҡоралдарҙы, заманса технологияларҙы киңерәк файҙаланыу мәсьәләләренә туҡталды. 2013 йыл республикала Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан ителгән, ошоға бәйле урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренә лә ҙур яуаплылыҡ өҫтәлә.
– 2012 йылға йомғаҡ яһағанда, Урман хужалығы фе­­дераль агентлығы иң бе­ренсе сиратта төбәк власы вәкилдәренең беҙҙең өлкәгә бәйле мәсьәләләргә ҙур иғтибар биреүен билдәләй. Был иһә финанслау мәсьәләһендә асыҡ күренә, дөйөм алғанда, 2012 йылда был тармаҡҡа 60 млрд һумдан ашыу аҡса бүленгән, – тине Николай Кротов, ултырышта ҡатна­шыу­сыларҙы сәләмләп.
БР урман хужалығы министры урынбаҫары Рафаэль Сәйетовтың сығышынан күренеүенсә, 2012 йылда республиканың урман хужалыҡтарында барлығы 384 мең кубометр ағас әҙерләнгән, урманды тергеҙеү йәһәтенән 4515 гектар майҙанда ағас ултыртылған, 120 кг орлоҡ, 49,7 млн төп ағас үҫентеһе әҙерләнгән.
Урман хужалығы хеҙмәткәр­ҙәре янғын һүндереү, закон­һыҙ рәүештә ағас ҡырҡыуға юл ҡуймау кеүек йүнәлештәр­ҙә лә әүҙем эш алып бара.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға