«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Хәйбулла үҫешергә тейеш



26.02.2013 Хәйбулла үҫешергә тейеш

Рөстәм Хәмитов Хәйбуллала бер нисә социаль әһәмиәттәге объектты ҡараны.
Иләс ауылында ул Турат йыл­ғаһы аша һалынған күперҙең торошо менән ҡыҙыҡһынды. Был юҡҡа түгел, сөнки тиҙҙән ташҡын осоро етә, ә күперҙәр ауылдар­ҙы тоташтырыусы объект булараҡ бик мөһим.
Әлеге күпер 2012 йылдың ноябрендә төҙөлгән. Оҙонлоғо – 60, киңлеге 5 метр. Күпер иҫке саҡта ташҡын ваҡытында, боҙ тығыны барлыҡҡа килеп, йыш ҡына һыу баҫыу хәүефе янаған.
Яңыһы иһә заманса технологиялар буйынса төҙөлгән, йәйәүлеләр өсөн дә, транспорт хәрәкәте өсөн дә тәғәйенләнгән. Рөстәм Хәмитов яңы ҡоролманы ҡарап, эште сифатлы башҡар­ғандары өсөн төҙөүселәргә рәхмәт әйтте, ауыл халҡы менән аралашты.
Аҡъяр ауылында Баш­ҡортостан Президенты ра­йондың үҙәк дауаханаһында туҡталды. Бында реконструкция бара. Яңыртыу эштәре 2008 йылда уҡ башланған. Төҙөү­селәр белдереүенсә, объект быйыл майҙа файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Һөйләшеү барышында дауахана комплексында ремонт эштәрен тулыһынса тамамлау тураһында һүҙ күтәрелде. Бының өсөн сама менән 80 миллион һумдан ашыу аҡса талап ителә.
Аҡъярҙа бер нисә ай элек кенә 240 урынға иҫәпләнгән “Шат­лыҡ” балалар баҡсаһы асылғайны. Рөстәм Хәмитов унда ла инеп, учреждениеның эше менән танышты, балаларҙың концертын ҡараны.
Президент төбәктә сәнәғәт предприятиеларынан Бүре­бай тау-байыҡтырыу комбинатында булды. Бында “Көньяҡ” шахта үҙәге төҙөлә. Яңы объект сафҡа индерелгәндән һуң, “Октябрь­ский” ер аҫты ятҡылығының руда эшкәртеү ҡеүәтен йылына 400 мең тоннаға тиклем еткереү күҙаллана. Проектты тормошҡа ашырыуға инвестициялар күләме 2 миллиард һум тәшкил итәсәк.
Рөстәм Хәмитовтың район активы менән осрашыуында Хәйбулланы социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға