«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



26.02.2013 Өс һөйләм менән

Беҙҙә тиҙҙән «Вун­дер­киндтар банкы» ойоштороласаҡ, унда иң һәләтле балалар иҫәпкә алынасаҡ. Республикала «Но­бель резервын» төҙөү Нурали Латипов һәм Анатолий Вас­серманға йөкмәтелгән. Маҡ­сат – Олимпия резервы спорт мәктәптәрендәге кеүек үк, йәш гений­ҙар­ҙы бер ергә туплау һәм уларға ярыш майҙанын булдырыу, таланттарын үҫтереү.

«Яҡташтар» проектының тәүге этабы Башҡортостандың барлыҡ райондарында тамамланды. Ирек­мәндәр һәр ауылда өй беренсә йөрөп, халыҡты данлыҡлы яҡташ исеменә дәғүә итеүселәр исемлеге менән таныштырҙы, икенсе этапҡа үтеүселәрҙең исемлеге тауыш биреү йомғаҡтары буйынса билдәләнәсәк. Райондарҙың ысын герой­ҙарын, ихтирам ҡаҙанған, халыҡтың ышанысын яулаған абруйлы кешеләрен асыҡлау проекттың төп маҡсаты булып тора.

Башҡортостанда 2012 йылда 42 урман янғыны кеше ғәйебе арҡаһында сыҡҡан. Оператив тикшереүҙәр менән ғәйеплеләр язаға тарттырылған, улар барлығы 2,3 млн һум штрафҡа тарттырылған. Уҙған йыл янғын һүндереү өсөн 5733,5 мең һум аҡса сарыф ителгән, урман яныу­ҙан килгән зыян – 3087,5 мең һум.

Төбәктә шәхси эшҡыуарҙар­ҙың һаны 8 меңгә кәмегән, бының сәбәбе Пенсия фондына страховка түләмдәрен арттырыу­сы федераль закон, ти белгестәр. Бик күп һалым инспекцияһында таныҡлыҡтарынан баш тартыу өсөн эшҡыуарҙар һыу буйындай сиратҡа баҫҡан һәм эшмәкәрлеген туҡтатмаҡсы. Иҫе­геҙгә төшөрәбеҙ: быға тиклем улар Пенсия фондына йылына яҡынса17 мең һум аҡса түләһә, хәҙер был сумма 36 мең һум тирәһе тәшкил итә.

«Браконьер» операцияһы яңынан-яңы рөхсәтһеҙ һунар итеүсе­ләр­ҙе асыҡлай. Полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан ни бары ике көн эсендә 35 хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлгән. Ә Мәсетле районында мышы атҡан дүрт кешегә ҡарата енәйәт эше асыласаҡ.

Республика ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам үҙәгендә енәйәт-башҡарыу системаһы учреждениеларынан сыҡҡан үҫмерҙәрҙе психологик оҙатыу мәсьәләләре буйынса «Бөтәһе лә һинең ҡулда» исемле «ҡыҙыу линия» ойошторолдо. «Өмөт компасы» проекты сиктәрендә үҙәк хеҙмәткәрҙәре ауыр тормош хәлендә ҡалған йәштәргә, уларҙың ата-әсәләренә һәм яҡындарына ярҙам күрһәтә. Һуңғы йылдарҙа учреждение белгестәре Фе­дераль хөкөм язаһын үтәү хеҙмәтенең Башҡортостан Респуб­ликаһы буйынса Баш идаралығы менән берлектә Стәрлетамаҡ тәрбиә колонияһында психологик тренингтар, лекциялар, төрлө спорт саралары үткәрә.

Л. ХӘЛИТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға