«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Тауарыңа «үҙебеҙҙеке» билдәһен ҡуй



22.02.2013 Тауарыңа «үҙебеҙҙеке» билдәһен ҡуй

Тауарыңа «үҙебеҙҙеке» билдәһен ҡуй
Тиҙҙән республика магазиндарында «Башҡортостан продукты» сауҙа маркаһы менән билдәләнгән продукция һатыла башлаясаҡ. БР Хөкүмәте ирекле нигеҙҙә аҙыҡ-түлеккә «Башҡортостан продукты» билдәһен ҡуйыуға рөхсәт ҡағыҙы биреү тәртибен һәм шарттарын раҫланы.
Бындай ҡарар Башҡортостан тауар етештереүселәре продукцияһының урындағы баҙарҙа киң файҙаланылыуы өсөн ҡабул ителгән. Иң мөһиме, был сауҙа маркаһын төбәктәге барлыҡ тауар етештереүселәр ала аласаҡ.
Махсус билдә ҡу­йыуға рөхсәт ҡағыҙы алыу өсөн заявкалар БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетында ҡабул ителә башлаған. Комитет сайтында тулы мәғлүмәт менән танышырға була.
Бик урынлы һәм кәрәкле ҡарар өсөн, афарин, тиергә ҡала. Үҙебеҙҙеке икәне күренеп торһа, насармы ни?
А. АҡБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға