«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



22.02.2013 Өс һөйләм менән

Былтыр республикала 14,9 миллион тонна нефть сығарылған, шуның 14,6 миллион тоннаһы “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә тура килә. Быйыл 14,7 миллион тонна нефть сығарыу планлаштырыла. Бөгөн Башҡортостанда 202 нефть һәм газ сығарыу урыны бар, 163 урын тикшерелә, углеводород сеймалы менән йәмғеһе ете ойошма шөғөлләнә.

Өфөлә белем биреү хеҙмәттәрен күрһәтеүгә дәүләт лицензияһы булған һигеҙ шәхси балалар баҡсаһы эшләй. 57 эшҡыуар бала ҡарау һәм тәрбиәләү буйынса хеҙмәттәр күрһәтә. 2012 йылда дәүләт ҡарамағында булмаған мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына 2,1 миллион һумдан ашыу суммаға субсидия түләнгән, был саралар педагогик хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләүгә, уҡытыу-күргәҙмә әсбаптары, зиһенде үҫтереүсе уйындар һатып алыуға йүнәлтелгән.

Республикала “Умник” (“Аҡыл­лы­баш”) асыҡ конкурсының беренсе этабы старт алды. Уның маҡсаты – йәш ғалимдарҙың фәнни идеяларын үҫтереү. Конкурстың икенсе этабына иң өмөтлө 15 ғалим һайлап алынасаҡ, ә еңеүсегә 400 мең һумлыҡ грант тапшырыласаҡ.

Истанбулда үткән XI гастрономия фестивалендә Стәрлетамаҡ ҡалаһының ашнаҡсылар командаһы алтын һәм көмөш миҙал яулаған. Фестивалдә 26 илдән ике меңдән ашыу аш-һыу оҫтаһы ҡатнашҡан. Яҡташтарыбыҙ тағы ла Греция, Сербия, ҡаҙағстан һәм Украинала үтәсәк конкурстарға саҡырылған.

Силәбе өлкәһенең Башҡорт йәштәре иттифағы активисы, актер һәм режиссер Тимур Сафиуллин «Crossway» тулы метражлы фильмы өсөн Калифорния кинофестиваленең бриллиант призына лайыҡ булған. Бынан тыш, уның “Кисәгенән тәрәнерәк” ҡыҫҡа метражлы фильмы төрлө наградалар, шул иҫәптән ҡазан мосолман киноһы фестивале призы менән билдәләнгән. Бөгөн режиссер Австралияның Мельбурн ҡалаһында йәшәй, әлеге ваҡытта башҡорт рэпперы Рәнис Аҡ­кужиндың йырына клип төшөрә.

Салауат ҡалаһының “Юрматы – 2002” балалар хоккей командаһы АҡШ-та үткән “President's Day Chellenge" турнирында еңеү яулап ҡайтҡан. Улар дүрт көн буйы дүрт команда менән уйнай, бер тапҡыр ҙа еңелмәй. Былтыр ҙа “Юрматы” үҫмерҙәре Рәсәй исеменән сығыш яһаған, ике алтын миҙал комплектына лайыҡ булып, 24 команда араһында 6-сы урын алған.

Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға