«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ҡуртымға бирер өсөн торлаҡ төҙөү ҡарала



22.02.2013 Ҡуртымға бирер өсөн торлаҡ төҙөү ҡарала

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, республикала торлаҡ төҙөлөшө темпы артҡан, әммә ул һаман да етерлек кимәлдә түгел. Беҙҙә 2015 йылға тиклем ҡуртымға бирелеүсе торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү буйынса республика программаһы әҙерләнә.
– Бигерәк тә әҙ тәьмин ителгән граждандар­ҙың, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙә һөҙөмтәле юлдар эҙләргә кәрәк. Бындай юлдарҙың береһе – ҡуртымға бирелеүсе социаль торлаҡ баҙарын үҫтереү, – тине Рөстәм Хәмитов БР Хөкүмәте кәңәшмәһендә.
Әлеге төрҙәге торлаҡтың хаҡы ҡуртымға биреү буйынса уртаса баҙар хаҡтарынан түбәнерәк һәм ипотекаға алынған шундай уҡ торлаҡ өсөн ай һайын аҡсалата түләүҙән кәмерәк булыр­ға тейеш.
Белеүегеҙсә, фатирҙы ҡуртымға биреү баҙары күләгәлә ҡала һәм ҡуртымға биреүсе хужалар­ҙан йыйылмаған һалым йәһәтенән бюджет ҙур аҡса юғалта. Ә арендаланған фатир хаҡының ниндәйерәк икәне бөтә кешегә билдәле – ул коммуналь түләүҙәр хаҡынан алты-ете тапҡырға ҡиммәт.
Шәхси компанияларҙа социаль ҡуртым проекты ҡыҙыҡһыныу уятмай, сөнки бындай йорттар­ға сығымдар яҡынса 20 йылдан һуң ғына ҡаплана. БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Камил Мансуров фекеренсә, ҡуртымға бирелеүсе торлаҡ төҙөлөшөн тик дәүләт-шәхси партнерлыҡ шарттарында ғына тормошҡа ашырырға була. Йорт участкаларында инженерлыҡ коммуникациялары бюджет аҡсаһына төҙөлөргә тейеш.
Кәңәшмәлә үҫешкән илдәрҙең тәжрибәһе хаҡында ла әйтелде. Германияла, мәҫәлән, торлаҡты ҡуртымға алыусылар өлөшө – 57,4, Нидерландта – 45, Бөйөк Британияла 29,5 процент тәшкил итә. Рәсәйҙә торлаҡтың 86 проценты граждандар милкендә иҫәпләнә.
Башҡортостанда ла иғтибарға алырлыҡ бер проект бойомға ашырыла – Бүздәк районында “Таврос” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (“Башҡортостан ит компанияһы”) инвестор булараҡ торлаҡ төҙөлөшөндә ҡатнаша. БР Социаль торлаҡ төҙөү фондының генераль директоры Дамир Миңлебаев һөйләүенсә, проект буйынса берлектә эш алып барыу схемаһы түбәндәгесә:
– Муниципалитет ер участкалары бүлә, Социаль торлаҡ төҙөү фонды төҙөүсе булып сығыш яһай, ә “Таврос” компанияһы торлаҡ хаҡының 30 проценты күләмендә беренсе иғәнә индерә. ҡалған сумманы Ипотека торлаҡ кредиты биреү агентлығы вәкәләтле банк аша йылына 11 процент менән 20 йылға бирәсәк.
Был, бер яҡтан, уңайлы күренә. Ошондай проекттар илдең башҡа төбәктәрендә лә эшләй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға