«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Эвакуатор ярҙамында машина урлаған



20.02.2013 Эвакуатор ярҙамында машина урлаған

Былтыр йәйгеһен Өфө ҡалаһында йәшәүсе өс кеше автомобилдәре юғалыуы тураһында полицияға хәбәр итә. Бөтә машиналар ҙа иҫке – “Запорожец”, “ГАЗ – 2410 (Волга)” и “ВАЗ – 2108” булған. Улар күптән ихатала тик торған, хужалары бөтөнләй йөрөмәгән.

Тик торған машиналар бер егеттең күҙенә салынған. Ул эвакуация хеҙмәтен саҡыртып, әлеге машиналарҙы металл һынығы йыйыу пунктына оҙатҡан. Полиция уның эҙенә декабрҙә юлыға. Тик машиналарҙы ҡайтарып булмай, уларҙы йәлпәштерелгән килеш табалар. Егет тағы бер уғрылыҡта ғәйепләнә. ҡунаҡта булғанда, хужалар йоҡоға талғас, телевизорҙарын эләктереп тайған.
ҡараҡ тиҙҙән суд ҡаршыһына баҫасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға