«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өфөнөкө – өсөнсө



20.02.2013 Өфөнөкө – өсөнсө

Өфөнөкө – өсөнсө
Ағымдағы йылдың ғи­нуар айы йомғаҡтары буйынса Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ирек Яла­лов Волга буйы фе­дераль округы субъект­тарының баш ҡала мэрҙарының медиа-рейтингында өсөнсө урында тора. Уның медиаиндексы 34-кә тиң. “Медиалогия” компанияһы ошондай мәғлүмәт биргән.

Лидерҙар иҫәбендә ҡазан мэры Илсур Мәтшин, Түбәнге Новгород мэры Олег Кандрашов, Саранск башлығы Петр Тултаев бар. Шулай уҡ Өфө ҡала советы башлығы Евгений Семивеличенко етен­­се урынды биләй.
“Медиалогия” хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, Ирек Яла­лов был вазифаһында бер генә йыл булыуға ҡарамаҫтан, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә рейтингыла юғары позицияларға өлгәшә алған. Былтыр йыл йомғаҡтары буйынса ошондай рейтингыла ул икенсе урынға лайыҡ булған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға