«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Тыуым арта



12.02.2013 Тыуым арта

Башҡортостан менән Татарстан тыуым кимәле буйынса Волга буйы федераль округында дүртенсе урында тора – 2012 йылда ике республикала бер мең кешегә 14,5 яңы тыуған сабый тура килгән.
Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы буйынса статистика хеҙмәте белдерә. ҡалған күршеләрҙең күрһәткестәренә туҡталғанда, Удмуртия Республикаһы округта лидер, унда мең кешегә – 15,2 сабый.
Дөйөм алғанда, халыҡтың тәбиғи артыуы Рәсәйҙең 39 субъектында күҙәтелгән.
Волга буйы федераль округында халыҡтың тәбиғи артыуы ете төбәктә күҙәтелгән. Иң юғары күрһәткес Татарстанда – 9023 кеше. Артабан Башҡортостан (5617), Удмуртия (3718), Пермь крайы (1569), Ырымбур өлкәһе (1511), Сыуашстан (849) һәм Мари Иле (397) килә.
А. ИШЕМҒОЛОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға