«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өфө яҡшы яҡҡа үҙгәрәсәк



08.02.2013 Өфө яҡшы яҡҡа үҙгәрәсәк

Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәре саммиттарына әҙерлек, былтыр федераль, республика кимәлендәге ойоштороу комитеттары төҙөлгәс, әүҙем башланғайны. Башҡортостанда әҙерлек барышын тикшереү маҡсатында бер төркөм дә булып китте.
БР Хөкүмәте вице-премьеры Салауат Сәғитов һүҙҙәренсә, Мәскәү комиссияһы ҡунаҡханалар йәһәтенән генә бер аҙ борсолоу белдергән. Өфөнөң ҡунаҡхана фонды 2000 урынлыҡ. Ул 64 процентҡа тулы, рентабеллеге – 40 процент. Был хәл Рәсәйҙең күп ҡалаһына хас. Тикшереү комиссияһына төҙөлөш барышын, проекттар­ҙы, йәнә лә нигеҙ һалынасаҡ объекттарҙы күрһәткәс, комиссия вәкилдәре ҡәнәғәт ҡалған.
Ҙур сараға әҙерлек хаҡында ИТАР-ТАСС агентлығының Өфөләге төбәк бүлексәһендә үткән матбуғат конференцияһында ла һүҙ барҙы.
Саммиттар өсөн барлығы 60 миллиард һум аҡсаны үҙләштереү күҙаллана. Шуның 20-шәр миллиарды федераль һәм республика бюджетынан булһа, тағы 20 миллиард һумы − инвесторҙар аҡсаһы. Федераль сығымдар­ҙың артыуы ла ихтимал. РФ мәғариф һәм фән министрлығы БДУ-ның төп корпусын, элекке завод фасадын реконструкциялауға аҡса бүлергә ниәтләй.
Байтаҡ дәүләт башлығының беҙҙең баш ҡалала осрашыуы Өфө өсөн көнүҙәк булған ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам итәсәк. “Өфө” аэропортындағы халыҡ-ара терминалды реконструкциялау ваҡыты күсерелә. Бығаса аэропорт өсөн средство бүлеү 2015 йылда күҙалланған. Федераль һауа транспорты агентлығы 2,3 миллиард һум күләмендә аҡса йүнәлткән һәм эштәр саммит үткәрелер алдынан башҡарыласаҡ.
Алдағы ике йыл ярым эсендә Өфөнөң көньяғында урынлашҡан иҫке йорттарҙан граждандарҙы күсереү, “Нефтсе” мәҙәниәт һарайын, “Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәте иҫәбенә Өфөнөң тимер юл вокзалын реконструкциялауҙы тамамлау мәсьәләләре хәл ителәсәк. Йорттарға капиталь ремонт үткәреү һәм ихаталарҙы комплекслы ремонтлау буйынса эштәр дауам ителәсәк. Салауат Сәғитов, Өфө мэрияһы мәғлүмәттәренә һылтанма яһап, өс йыл эсендә ҡалала 450 йорт һәм 70 ихатаның төҙөкләндереләсәге хаҡында белдерҙе.
Саммит үткәреүгә ҡағылышлы бөтә мәғлүмәт ufa2015.ru сайтында урынлаштырыласаҡ, әле сайт әҙерләү стадияһында.
Әйткәндәй
Ҙур форум алдынан төҙөлөштәр барышы даими күҙәтеләсәк, мониторинг алып барыласаҡ, ә үтә мөһим объекттар янына веб-камералар ҡуйыласаҡ. Бюджет аҡсаһын маҡсатлы тотоноу республика етәкселеге тарафынан да, федераль үҙәктән дә контролләнәсәк.
Йәнә бер мөһим эш – Өфөнөң Салауат Юлаев һәйкәленән Дуҫлыҡ монументынаса Ағиҙел яры буйлап көньяҡ битләүен төҙөкләндереү. Иҫке йорттарҙан халыҡты күсерәһе лә бар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға