«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Донъя яңылыҡтары



05.02.2013 Донъя яңылыҡтары

Олимпиада күпмегә төшөр?
Сочиҙағы ҡышҡы Олимпиадаға әҙерлек өсөн кәрәгәсәк аҡса күләме тағы ла артҡан.
Һуңғы иҫәпләүҙәр буйынса, был мәртәбәле сараны үткәреү алдан иҫәпләнгән 314 млрд һум сметаһынан биш мәртәбә уҙып, 1,526 трлн һумға төшәсәк. Был аҡсаның 74,5 проценты тотонолған инде. РФ спорт министры Виталий Мутко билдәләүенсә, алдан күҙалланған сумма әлегә үҙгәрмәйәсәк. Төҙөлөш компаниялары етәкселәре аҡсаның күп сарыф ителеүен проекттарҙың сифатһыҙ эшләнеүе, һаҙлыҡлы, таулы урындарҙың күп булыуы, төҙөлөш материалдарының дөрөҫ һайланмауы менән аңлата.

Енәйәтселәр билдәле

Битенә көкөрт кислотаһы һибеүҙән йәрәхәт алған Ҙур театр­ҙың балет труппаһының художество етәксеһе Сергей Филинды дауахананан Герма­нияға реабилитация үтергә ебәргәндәр.
Артист Аахен ҡалаһы клиникаһында дауаланасаҡ. Билдәле булыуынса, уға Рәсәйҙә өс операция эшләнгәйне. Филин һөжүм ойоштороусыларҙың кем икәнен белеүен һәм яҡын арала енәйәт эше асылырына ышанысын белдергән.

Иң шәп юлдар – күршеләрҙә

Рәсәйҙә иң хәүефһеҙ юлдар рейтингы төҙөлгән.
Исемлек башында – сифатлы һәм хәүефһеҙ юлдар урынлашҡан төбәктәр. Свердловск һәм Силәбе өлкәһе иң хәүефһеҙ юлдары менән дан тота. Иң ҡурҡыныс юлдары менән Хабаровск һәм Красноярск крайҙары, Ленинград өлкәһе танылған. Рейтинг төбәктәге халыҡ иҫәбенә, автомобилдәр, юл фажиғәләре күрһәткестәренә, юлдарҙың оҙонлоғона ҡарап төҙөлгән.
Хәүефһеҙ юлдар исемлегендә Башҡортостан һигеҙенсе урында килә.

Халыҡ Сталинды һағына

РФ Федерация Советы етәксеһе Валентина Матвиенко Волгоградты Сталинградҡа үҙгәртеү тураһындағы тәҡдимгә ҡарата үҙ фекерен белдергән.
Уның әйтеүенсә, ҡаланың исемен үҙгәртеүҙе, референдум үткәреп, ҡала халҡы үҙе хәл итергә тейеш.
Волгоградҡа тарихи исемен ҡайтарыу акцияһы Сталинград яуына 70 йыл тулыуҙы билдәләгән көндәрҙә бигерәк тә әүҙемләшкән. Герой-ҡалала йәшәүселәр был хаҡта РФ Дәүләт Думаһына 50 мең ҡултамға йыйып мөрәжәғәт иткән.
З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға