«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Кинйә Арыҫланов исемендәге премия булдырыла



05.02.2013 Кинйә Арыҫланов исемендәге премия булдырыла

Кинйә Арыҫланов исемендәге премия булдырыла
Көйөргәҙе районында Кинйә батыр исемен мәңгеләштереү маҡсатында йәштәр премияһы булдырыу күҙаллана.
Юғары баһа фән, спорт, мәҙәниәт, производствола уңыштарға өлгәшеүсе йәштәргә биреләсәк. Әлеге ниәт район хакимиәтенең йәштәр тормошона арналған кәңәшмәһендә әйтелде.
Йәштәргә айырыуса сәләмәт тормош, спорт йүнәлешен һайлау кәрәкле булыр ине, сөнки сәләмәтлек тап ошо юҫыҡта һаҡлана. Әйткәндәй, армия сафтарына алынасаҡ егеттәр араһында спартакиада ла үткәрергә күҙаллана был төбәктә.
Тимәк, Кинйә Арыҫланов кеүек батыр һәм көслөләр Көйөргәҙелә етерлек, премияны ла лайыҡлылар аласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға