«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ишембайҙа – яңы етештереүсе



29.01.2013 Ишембайҙа – яңы етештереүсе

2015 йыл аҙағына Ишембай ҡалаһының “Витязь” машиналар эшләү компанияһында ауыр быраулау ҡулайламалары етештереү буйынса предприятие асыласаҡ. Улар нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эҙләүҙә файҙаланыласаҡ тип күҙаллана. Билдәләүҙәренсә, ошонда уҡ Арктиканы үҙләштереү платформалары ла етештереү ҡаралған.
Башҡортостан Хөкүмәте проектҡа ҡулдан килгәнсә булышлыҡ итергә ниәтләй. Ошо айҡанлы “Хунхуа СНГ” Рәсәй-ҡытай компанияһы һәм беҙҙең Хөкүмәт араһында хеҙмәттәшлеккә ниәт тураһында протоколға ҡул ҡуйылды.
Ишембай өсөн әлеге инвестиция проекты “икенсе һулыш” алыу мөмкинлеге бирәсәк. Етештереү күләменең йылына туғыҙ миллиард һумға етеүе генә лә ҡала өсөн ҙур күрһәткес. “Витязь” заводы, ҡаланы барлыҡҡа килтереүсе предприятиеларҙың береһе булараҡ, яңыса йәнлелек менән эшләр, тип өмөт итәләр. Яңы берлектәге предприятие Башҡортостанда теркәлә. Был республика бюджетына табыш, тигән һүҙ. Ә ишембайҙарға – яңы эш урындары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға