«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Былтыр республикала 58 яңы балалар баҡсаһы асылған



29.01.2013 Былтыр республикала 58 яңы балалар баҡсаһы асылған

БР мәғариф министры Әлфис Ғаязов белдереүенсә, 2012 йылда республикала 25 яңы балалар баҡсаһы төҙөлгән. Шулай уҡ тағы 33 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы ҡайтанан профилләштерелгән һәм кире ҡайтарылған биналарҙа асылған. Аныҡ урын­дар­ға туҡталғанда, бер йыл эсендә 58 яңы балалар баҡсаһында йәмғеһе 7299 урын булдырылған.
“Өҫтәүенә, мәктәпкәсә белем биреүҙең альтернатив формалары иҫәбенә тағы 9706 урын барлыҡҡа килде. Һөҙөмтәлә 3 – 7 йәштәрҙәге сабыйҙар араһында балалар баҡсаларына сират ике тапҡырға – 29008 баланан 14095-кә тиклем кәмене”, – тине Әлфис Суфиян улы.
Республикала балалар баҡсаларына сиратты кәметеү буйынса “юл картаһы” әҙерләнгән. Уға ярашлы, 2016 йылға 3 – 7 йәштәр­ҙәге сабыйҙар араһында балалар баҡсаларына сиратты тулыһынса бөтөрөү ҡаралған.
2011 йылда балалар баҡсаһын төҙөү һәм реконструкциялау иҫәбенә 3350 урынлыҡ 36 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы асыл­ған. 2010 йылда 605 урынлыҡ яңы алты балалар баҡсаһы төҙөлһә, бер мең урынлыҡ 14 учреждение ҡайтанан профилләштерелгән. Тимәк, ата-әсәләргә балалар баҡсаһына сират тиҙҙән ысынлап та кәмейәсәгенә ышанырға ғына ҡала.

А. ЗИННУРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға