«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Иглин, Өфө райондары «башлы» булды



25.01.2013 Иглин, Өфө райондары «башлы» булды

Иглин районы советы депутаттары хакимиәт башлығы тәғәйенләү тураһында мәсьәләне ҡарап, бығаса булған етәксене − Рафиҡ Мусинды вазифаһында ҡалдырырға хәл итте. Рафиҡ Мусин районды 2010 йылдан етәкләй.
Ә бына Өфө районында – яңы башлыҡ. Михаил Давыдов баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәтен етәкләй ине. Ул Стәрлебаш районының Үрге ҡарамалы ауылында тыуған. Юғары белемле, техник фәндәр кандидаты. Хеҙмәт юлын Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводында токарь булып башлаған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға