«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Донъя яңылыҡтары



22.01.2013 Донъя яңылыҡтары

Икенсегә Президент
Донъя яңылыҡтары
Барак Обама, Америка ҡушма Штаттарында икенсегә Президент итеп һайланыуы сәбәпле, ант бирҙе.
Кисә Америкала ил башлығының инаугурацияһы айҡанлы тантаналар үтте.
Белеүебеҙсә, Барак Обама Американы икенсегә етәкләй. Был юлы ул үҙенә яңы команда ла төҙөп алған, әммә тәүҙән үк алған сәйәси курсын үҙгәртергә йыйынмай. “Америка менән Рәсәй араһындағы мөнәсәбәттәрҙе йылы тип атап булмағанлығын беләбеҙ. Тимәк, артабан да быға тиклем асыҡланған дөйөм проблемалар хәл ителер тип өмөтләнергә нигеҙ юҡ”, − тип билдәләй сәйәсмәндәр.

Шахтерҙар бәләгә тарыны

Үткән йәкшәмбелә Кемерово өлкәһендәге шахтала метан шартлау сәбәпле, дүрт шахтер һәләк булды.
Шахтерҙарҙың береһе яраланып, ҡалған өсәүһе газ менән ағыуланып үлгән. Барыһы ла – йәштәр.
Шахтала төндә төтөн сыға башлаған. Был ваҡытта унда 77 кеше эшләгән була. Тиҙ арала 69 таусыны эвакуациялағандар. Дүрт кешенең үлеүе билдәле, тағы ла дүрт шахтер­ҙың яҙмышы әлегә асыҡланмаған. Уларҙы эҙләү ҡотҡарыусыларға бик ауырға төшә, сөнки шахтала метан концентрацияһы бик юғары. Шун­лыҡтан шахтаға һыу тултырырға йыйыналар, бының өсөн 5 мең кубометр һыу кәрәк. Һаман да табылмаған дүрт шахтер эшләгән урынға һыу индерелмәй тора, уларҙы эҙләү дауам итәсәк.

Заман “геройы”

“Закондағы бур“ Хәсән бабай – Аслан Усоянды 16 ғинуарҙа урамда атып китеүҙәре тураһында илебеҙҙә белмәгән кеше ҡалманы шикелле.
Алған яраһынан дауаханала йән биргән криминаль авторитетты Хованск зыяратында ерләнеләр. Тик Хәсән бабайға бәйле ығы-зығы һаман тынмай.
Эш шунда – уны тәүҙә тыуған ерендә − Грузияла күмергә ниәтләгәндәр. Тик был ил Аслан Усояндың самолет менән килтерелгән кәү­ҙәһен ҡабул итеүҙән баш тартҡан, тигән мәғлүмәт бар. Грузияның баш прокуроры был мәғлүмәтте кире ҡаға, уныңса, мәрхүмдең кәүҙәһен Тбилисиға килтереүгә бер кем дә ҡаршы булмаған. Һәр хәлдә, ысынбарлыҡты йәмәғәтселеккә берәү ҙә еткерергә ашыҡмай, шунлыҡтан имеш-мимеш хәбәрҙәр менән донъя тула.

Ауыр саҡ

Рәсәй Федерацияһының Баш дәүләт санитар табибы Геннадий Онищенко билдәләүенсә, әле илебеҙҙә киҙеү сирен йоҡтороусылар һәм һалҡын тейҙереп ауырыусы­лар­ҙың һаны артҡандан-арта.
Илебеҙҙә йыл һайын ошо сир 30 миллионлап кешене йонсота.
Етмәһә, һалҡын алдырыусылар, киҙеү йоҡтороусылар ауырыуҙарын аяҡ өҫтө үткәреүсән. Тап шул арҡала сир илебеҙҙә ныҡ тарала. Ғөмүмән, Рәсәй халҡы Европа халҡынан сәләмәтлегенә ҡарата вайымһыҙлығы менән ҡырҡа айырыла.

Л. СИРАЕВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға