«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



22.01.2013 Өс һөйләм менән

2012 йыл һөҙөмтәләре буйынса, күп балалы ғаиләләргә ер биреү буйынса Башҡортостан өсөнсө урын биләй. Былтыр бөтәһе 5 062 ер участкаһы бирелгән, был − бөтә заявкалар­ҙың 31 проценты. Татарстанда − 9 035, Краснодар крайында 3 152 ер бүлеме бирелгән, ә Санкт-Петербургта ер алырға теләүсе күп балалы ғаиләләрҙең 1 процентының ғына үтенесе ыңғай хәл ителгән.

Башҡортостанда 74 эшҡыуар икенсе компанияларҙың тауар билдәләрен законһыҙ ҡулланғаны өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған. Улар “SOCHI 2014”, “Nike”, “Adidas”, “Bosch”, “Chanel”, “Смешарики” тауар билдәләре аҫтында контрафакт косметика продукцияһы, спорт кейеме, балалар өсөн тауарҙар, төҙөлөш инструменттары һатҡан. Эшҡыуарҙарға 690 мең һум штраф һалынған һәм ялған продукция тартып алынған.

Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” партияһының йәш гвардияһы” активистары менән полиция хеҙмәткәрҙәре төндә һыра һатыуҙы тыйыу тураһындағы закондың үтәлешен тәьмин итеү, шулай уҡ бәлиғ булмағандарға һыра һатыу осраҡтарын асыҡлау маҡсатында рейд үткәргән. Акция барышында байтаҡ сауҙа нөктәһе тикшерелгән, күпселегендә бәлиғ булмағандарға һәм төнгө ваҡытта спиртлы эсемлектәр һатылмай, әммә законды үтәмәгән һатыу­сылар ҙа осраған. “Йәш гвардия”сылар бындай акцияны бөтә республика буйлап үткәрергә йыйына.

Былтыр Башҡортостанда ҡотороҡ сиренә ҡаршы 284 мең шәхси хужалыҡтағы һәм 736 мең ауыл хужалығы мал-тыуарына вакциналау үткәрелгән. Бынан тыш, ҡыр хайуандары өсөн 400 мең дозалы ем һалынған. Ошо саралар һөҙөмтәһендә республикала ҡотороҡ сире һиҙелерлек кәмегән, былтыр – 17, 2011 йылда – 85, 2010 йылда 310 осраҡ булған.

Учалы үҙәк ҡала дауаханаһы базаһында ун ике карауатҡа иҫәпләнгән гемодиализ үҙәге асылған. Пациенттарҙы бер табип, дүрт шәфҡәт туташы һәм ике санитар хеҙмәтләндерә. Быға тиклем сирлеләр ғүмер өсөн кәрәкле терапияны Белорет ҡалаһында үтергә мәжбүр булған.

“Өфө уттары” күңел асыу үҙәге янында донъя кимәлендәге “Hilton Worldwide” компанияһы дөйөм майҙаны 6,5 мең квадрат метр булған 160 бүлмәле отель төҙөргә ниәтләй. Һигеҙ ҡатлы бина янында илле машинаға тәғәйенләнгән парковка буласаҡ. Ошо көндәрҙә уның проекты раҫланған, ҡунаҡхана 2015 йылдың тәүге кварталында файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға