«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ҡаҙағстан делегацияһы килде



22.01.2013 Ҡаҙағстан делегацияһы килде

Башҡортостанға эш визиты менән ҡаҙағстан Республикаһының Аҡтүбә өлкәһе делегацияһы килде. Уны Аҡтүбә өлкәһенең ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Мөхтәр Джумагазиев етәкләй. Делегация составында агросәнәғәт комплексының ҙур ойошма етәкселәре бар.
БР Ауыл хужалығы министрлығында республикалар араһында ауыл хужалығы өлкәһендә ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлек булдырыу мәсьәләләре буйынса осрашыу үткәрелде.
Делегация башлығы Мөхтәр Джумагазиев хәбәр итеүенсә, ҡаҙағстанды малсылыҡ, үҫемлекселек, мал аҙығы етештереү һәм тоҡомло мал аҫрау өлкәһендә Башҡортостандың тәжрибәһе ҡыҙыҡһындыра. Ул Башҡортостан агросәнәғәт комплексының үҫеш кимәленә юғары баһа бирҙе һәм электән булдырылған дуҫтарса мөнәсәбәттәр артабан да һаҡланасағына ышаныс белдерҙе.
Визит программаһына ярашлы, ҡаҙағстан делегацияһы республика агросәнәғәт комплексының бер нисә алдынғы предприятиеһын ҡараны.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға