«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Мәрхәмәтлеккә ҡушыл



18.01.2013 Мәрхәмәтлеккә ҡушыл

Башҡортостанда быйыл “Асыҡ Рәсәй” проекты нигеҙендә хәйриә эшмәкәрлеге буйынса портал эшләй башлаясаҡ. Был хаҡта республиканың Хәйриә эшмәкәрлеге буйынса советы ултырышында әйтелде.
– Хәйриә эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса совет эшмәкәрлеген ыңғай баһаларға була, – тип билдәләне ултырышты алып барғанда БР Президенты Рөстәм Хәмитов. – Тәүгә республика кимәлендә закондар нигеҙендә хәйриә эшмәкәрлегенең принциптары тәртипкә һалынды һәм уны үҫтереү саралары билдәләнде. Был кешеләргә үҙҙәре теләп ярҙам иткән предприятиеларҙың һәм йәмәғәт хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлек даирәһен киңәйтеү мөмкинлеге бирәсәк. Былтыр йәмәғәт ойошмалары әүҙемләште, ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләрҙең мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам күрһәткән бизнес-структуралар һәм айырым кешеләр һаны ла арта. Хәйриә маҡсатында төрлө марафон, акция, кисәләр үткәрелде, Владимир Спиваков, Илдар Абдразаҡов, Салауат Фәтхетдинов кеүек билдәле яҡташтарыбыҙ ҙа хәйриә эшмәкәрлегенә ҡушылды.
Былтыр социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған 40 ойош­ма РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы тарафынан бүленгән федераль гранттарға лайыҡ булған. Улар 23 миллион һум күләмендә ярҙам алған. Аҡса социаль етемлекте иҫкәртеү, әсәлек һәм балалыҡҡа ярҙам итеү, оло йәштәгеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу кеүек аныҡ эштәргә йүнәлтелгән.
Башҡортостан йәштәренең “Изге эштәр башҡарам” марафонында даими ҡатнашыуын да билдәләмәй булмай.
Ултырышта урындарҙағы ыңғай үҙгәрештәр ҙә билдәләнде: 2012 йылда барлыҡ муниципалитеттарҙа хәйриә эшмәкәрләге мәсьәләләре буйынса совет төҙөлгән, уның ярҙамында 35 миллион һумдан ашыу суммаға ярҙам күрһәтелгән.
Башҡортостан ҡала һәм райондарында хәйриә эшмәкәрлеген популярлаштырыу буйынса саралар ойошторола. Мәҫәлән, Октябрьскийҙа уҙғарылған “Бергәләп изгелек эшләйек” марафоны ошо иҫәптә. Бында йыйылған аҡсаға ойоштороу­сылар мәктәптәр өсөн интерактив таҡталар, реабилитация үҙәктәре өсөн музыка ҡоралдары һәм спорт ҡорамалдары һатып алған, шулай уҡ мохтаж ғаиләләргә ярҙам күрһәткән, ауыр сирле балаларҙы дауалауға түләгән. Ә Туймазы райо­нында халыҡ университетына йөрөүселәр “Өләсәйҙәр – балаларға” исемле үҙенсәлекле проектты бойомға ашырыуҙа ҡатнаша. Тәү сиратта имен булмаған ғаиләләрҙәге һәм инвалид балаларҙы тәрбиәләүҙә ярҙам күрһәтелә. Салауат ҡалаһы депутаттары иһә ҡаты ауырыған балаларҙы шефлыҡҡа алған.
Республика башлығы әйтеүенсә, бындай акциялар даими рәүештә барлыҡ муниципалитеттарҙа ла үткәрелергә тейеш.
2012 йылға хәйриә эшмәкәрлеген үҫтереү буйынса план үтәлгән. Был хаҡта БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова белдерҙе.
2013 йыл башына Башҡор­тостанда 210 хәйриә ойошмаһы һәм социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған 4700 ойошма теркәлгән. Йәштәр араһында волонтерҙар хәрәкәтен үҫтереү, был йүнәлештә Башҡорт дәүләт педагогия университеты эшмәкәрлегенең ыңғай тәжрибәһен таратыу планлаштырыла. Күп­селек мәсьә­лә буйынса эш дауам ителәсәк.
Ултырышта шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең социаль яраҡлашыуы буйынса сараларҙы 2013 йылғы эш планына индерергә, балалар йорттарынан сығыусыларҙы ҙур тормош­ҡа әҙерләү буйынса эшмәкәрлекте әүҙемләштерергә тәҡдим ителде.
– Яңы хәйриә структураларын булдырыу һуңғы ике-өс йылдың тренды булып тора. Уларҙың барыһы ла халыҡ именлеге өсөн эшләй. Башҡортостанда хәйриә эшмәкәрлеге мәҙәниәтен һәм традицияларын формалаштырыу артабан да дауам ителәсәк, – тип ышандырҙы Рөстәм Хәмитов.

Әйткәндәй

Өфөлә физик мөмкинлеге сикләнгән төркөмөнә ингән меңдән ашыу бала “Йомарт йөрәк” (“Щедрое сердце”) мәрхәмәтлек марафонының ярҙамын тойҙо. Ул акция үткән йылдың ноябрендә башланғайны. Ойоштороу­сы­ларҙың маҡсаты – етемдәргә, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә йәшәү шарттарын яҡшыртыуҙа, төрлө операциялар үткәреүгә булышлыҡ итеү. Айырыуса инвалид балалар иғтибар үҙәгендә. Уҙған ике айҙа марафон барышында 49 ғаиләгә торлаҡ буйынса ярҙам күрһәтелгән, баш ҡаланың социаль ярҙам идаралығы тарафынан ҡаты сирле ике һәм унан да күп бала тәрбиәләгән 432 ғаиләгә бүләк йыйылмаһы тапшырылған. Йәнә лә 727 ғаилә ҡаланың район бюджеттары иҫәбенә аҙыҡ-түлек йыйылмаһы алған. Социаль тәьмин итеү буйынса комплекслы үҙәктәрҙә әйберҙәр йыйыу ойошторолоп, унан 133 ғаиләгә ярҙам ителгән.
Марафон быйыл да дауам итә. Ғинуарҙа 1500 тирәһе баланы цирк ҡарарға саҡырыуҙы ошо сиктәге сара тип әйтеп була. Планетарий, С. Аксаков музейы, Башҡорт дәүләт филармонияһына концертҡа барыуҙы ла ойошторасаҡтар.
Бындай хәйриә акцияһында йәне теләгән кеше ҡатнаша ала. Кем дә кем мохтаждарға ярҙам итеү мөмкинлегенә эйә, битараф ҡалмаһын ине. Был хаҡта ентеклерәк мәғлүмәтте Өфө хакимиәте сайтында урынлашҡан “Йомарт йөрәк” битендә алырға була.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға