«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Эш башланды



18.01.2013 Эш башланды

Башҡортостанда айырыуса һаҡлан­ған тәбиғәт биләмәләрен үҫтереү, хайуандар донъяһын һаҡлау, мөхит торошон экологик яҡтан мониторингылау һәм күҙәтеү һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса эшмәкәрлек әүҙемләшә. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитеты беренсе ултырышын ошо аҙнала үткәреп, унда мөһим йүнәлештәр билдәләнде.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Эрнст Исаев хәбәр итеүенсә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала мөхит торошо ҡатмарлы мәсьәлә булып тора. Атмосфера һауаһының автотранспорт һәм сәнәғәт предприятиелары тарафынан бысратылыуы айырыуса хәүеф тыуҙыра. Производство һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары әйләнеше проблемаһы һаман да асыҡ ҡала. Эсәр һыуҙың сифатын яҡшыртыу, һыу менән тәьмин итеү объекттары менән идара итеү мәсьәләләре лә иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел.
Бөгөн республика алдында торған бурыс­тар иҫәбенә төбәктең экологик торошона контроллек итеүҙең заманса кимәленә күсеү ҙә индерелә. Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүҙе иҫәпкә алып, предприятие һәм ойошмаларҙың тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләренә ҡарашын ҡырҡа үҙгәртеү ҙә бик мөһим.
ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү тураһында күп һөйләйбеҙ. Шул өлкәлә эшмәкәрлекте әүҙемләштерергә, бизнесмендарҙы йәлеп итергә кәрәк.
Йәмәғәт ойошмаларының төрлө акциялары аша, киң мәғлүмәт саралары ярҙамында тирә-яҡ мөхитте һаҡлау темаһын йышыраҡ күтәрергә кәрәк. Республикабыҙ бай тәбиғәт мөмкинлектәренә эйә. Уларҙы теүәл файҙаланыу һәм һаҡлау беҙҙең эшмәкәрлектә стратегик мөһим мәсьәлә булып тора, тигән һығымта яһалды сара аҙағында.
А. ЗИННУРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға