«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өфө йәнә яҡшы исемлектә



11.01.2013 Өфө йәнә яҡшы исемлектә

Өфө йәнә яҡшы исемлектә
Башҡортостаныбыҙҙың баш ҡалаһы “Рә­сәй ҡалалары. Милли һайлау – 2012” конкурсының тәүге ун ҡалаһы иҫәбенә инде. 60023 тауыш йыйып, Өфө рейтингының һигеҙенсе баҫҡысын биләй. Интернет-проектта ете миллиондан ашыу кеше ҡатнаш­ҡан.
Интернет-тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса, беренсе урында Смоленск ҡалаһы (285805 тауыш) килә. Псков, Иркутск, Бөйөк Новгород, Чебоксар, Улан-Удэ, Төмән ҡалалары ла алдынғылар рәтендә.
“Рәсәй ҡалалары” – илдең иң танылған, абруйлы ҡалаларын һайлауға йүнәлтелгән проект. Исемлеккә илебеҙҙең бөтә ҙур административ үҙәктәре, 81 ҡала индерелгән.
Город-россии.рф сайтында ҡалаларҙың тарихы һәм мәҙәниәте, иҫтәлекле урындары һәм архитектура ҡомартҡылары тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт, фотолар урынлаштырылған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға